Яйыҡ
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Ғинуар , 09:46

Яңы төр ғәскәр саҡыра

Пилотһыҙ осоу системалары (ПОС) ғәскәрҙәре булдырыла башланы. Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы буйынса хәрби комиссар майор Руслан Солтановтан түбәндәге мәғлүмәттәр алдыҡ.

Яңы  төр ғәскәр саҡыра
Яңы төр ғәскәр саҡыра

 

Хәбәр иткәйнек инде – былтыр Юғары баш главнокомандующий В.В.Путин һәм Оборона министры А.Р.Белоусовтың ҡарары менән айырым Пилотһыҙ осоу системалары (ПОС) ғәскәрҙәре булдырыла башланы. Сәбәбе аңлашыла инде, “Красная Звезда” гәзите мәғлүмәттәре буйынса, “ут контакттарының”, йәғни ут ҡоралы ҡулланып алышыуҙың 80 проценты дрондарға тура килә! Разведка, сәп күрһәтеү йәһәтендәге әһәмиәтен әйтеп тораһы ла юҡ. Һөҙөмтәлә тотош хәрби операцияларҙың уңышы  ҙур өлөштә ПОС сараларына һәм улар менән оҫта эш итеүгә  тура бәйле.

Яңы ғәскәр юғары баһалана, ундағы яугирҙәргә айырым әһәмиәт бирелә, элиталы подразделениеларҙа урындар сикле буласаҡ. Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы буйынса хәрби комиссар майор Руслан Солтановтан түбәндәге мәғлүмәттәр алдыҡ:

 Контракт үҙенсәлектәре

 Башҡортостанда ла  ПОС ғәскәрҙәрендә  хеҙмәт итергә теләүселәр туплана башланы. Контракт нигеҙендә, әммә башҡа ирекмәндәрҙән айырмалы хәрби хеҙмәт шарттары өҫтөнлөклө. Шул иҫәптән – фронт һыҙаты менән сағыштырғанда хәүефһеҙерәк алыҫлыҡтан эш итәсәктәр; контракт аныҡ сикләнгән ваҡытҡа төҙөлө (1 йылдан алып); был яугирҙәрҙе үҙҙәренең теләге булмайынса ПОС менән бәйле булмаған икенсе хәрби һөнәрҙәргә күсереү тыйыла; студенттар  уҡыуға академия отпускы алып, контракт тамамланғас бюджет иҫәбенә (урын булғанда) уҡыуҙы дауам итә аласаҡтар.

Кемдәр дәғүә итә ала?

Кемдәр менән контракт төҙөләсәк?  Талап ҡуйыла: ир-ат енесендәге РФ граждандар, быға тиклем булған хәрби һөнәре әһәмиәтле түгел, бөтөнләй хеҙмәт итмәгән булыуы ла мөмкин; FPV-дрон операторҙары өсөн 18-35 йәш, ҡалған белгестәргә – 18-45 йәш; сәләмәтлек хәрби хеҙмәт үтеүгә ирек биреү; белем – кәмендә 9 класс; ауыр енәйәттәр өсөн хөкөмгә тарттырылмаған булыу, һәр осраҡта ҡарар индивидуаль, шәхсән рәүештә ҡабул ителә.

Геймерҙар, йәғни компьютер уйындарында рәт белгән, шулай уҡ дрондар менән идара итеү тәжрибәһенә эйә кешеләргә өҫтөнлөк бирелә. Әммә быныһы шарт түгел, сөнки бар контракт төҙөүселәр башта. махсус үҙәктәрҙә әҙерлек үтәсәктәр. Тәжрибәле инструкторҙар дрондар менән идара итергә лә, ремонтларға ла, көйләргә лә яҡшылап өйрәтәсәктәр. Уҡыу программаһында – компьютер селтәрҙәре, радиоэлемтә, топография, инженерия  һәм башҡа йүнәлештәр ҙә ҡаралған. Курсты тамамлағандан һуң яңы хәрби-иҫәп тәғәйенләнеше тураһында таныҡлыҡ бирелә.

Ни менән әүрәтә?

Был контракт төҙөүселәргә шундуҡ 1,4 миллион һум тапшырыла (район ҡаҙнаһынан айырым өҫтәмә түләү ҙә күҙ уңында тотола), ә аҙағынан ай һайын кәмендә 220 мең һум эш хаҡы түләнә. Эш хаҡы хәрби дәрәжә, вазифа, хеҙмәт оҙонлоғона ҡарап арта бара. Башҡаһынан тыш, дошман сәптәрен ҡыйраҡан өсөн 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡаралған бөтә льготалар менән файҙалана алалар, шул иҫәптән Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә индерелгән льготалар менән.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

-Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса хәрби комиссариатҡа (Учалы ҡалаһы, Тәүтөҙөүселәр урамы,18,  телефон -. 8 (34791) 6-12-41, 8-961-912-93-82 (тәүлек әйләнәһенә);

-контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революционная урамы, 156-се йорт);

-“Госуслуги” порталы аша ғариза бирергә.

Ошо юлдарҙың ҡайһыһы аша эш иткәндә лә, үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет (булған осраҡта), белем тураһында документ һәм никах, балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтар (булған осраҡта) алыр кәрәк.

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас