Учалы ҡалаһындағы “Нур” мәсетендә төбәгебеҙҙең мәсет имам-хатиптарының йыйылышы үтте. 2025 йылға йомғаҡтар яһалып, быйылғыға төп эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнде. Сарала яҡташыбыҙ, БР Диниә назаратының баш мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин дә ҡатнашты.
-Ярыш тип әйтеү килешмәҫтер, сөнки Исламда кемдәрҙең алда, кемдәрҙең әлегә арттараҡ ҡалыуын тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә билдәләй ала. Шуға ла, мәхәлләләрҙең эшмәкәрлектәрен алдан билдәләнгән критерийҙар буйынса баһаланыҡ, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр, -ти ҡала-райондың имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров. – Ошонан сығып, иң юғыры күрһәткестәргә тип-тиң булып Килмәк (имам-хатибы Рәүсүл-хәҙрәт) һәм Уральск (Йәмил-хәҙрәт) мәсеттәре сыҡты. Наурыҙ (Рим-хәҙрәт) һәм Илсе (Хәмит-хәҙрәт) уларҙан саҡ ҡына аҙыраҡ мәрәй йыйҙы.
Дим Марат улы әйтеүенсә, бөтә призерҙар саң һурҙырғыстар менән бүләкләнә. Бик файҙалы көнкүреш техникаһы, мәсеттәрҙә балаҫтар күп йәйелә торған бит. Ә төптән ҡараһаң, үҙенә күрә рухи символ – Ислам сафлыҡ, паҡлыҡ, йән һәм тән таҙалығы дине бит!
Баһалау критерийҙары тураһында айырым яҙып китеү урынлы булыр. Бына улар: ай һайын үткәрелгән Учалы имам-хатиптары йыйылыштарында даими ҡатнашыу; Рамаҙан айында мәсеттә халыҡ йыйып ифтар мәжлестәре туйлау; Бөйөк Еңеү байрамында муллалар аҡ кейемдә митингтарҙа ҡатнашып, баштарын һалған Ватан һаҡсылары әрүәхтарына бағышлап доғалар ҡылыу (яҡташтарыбыҙҙың был күркәм ғибәҙәте бар республикаға өлгө булырлыҡ, тип билдәләгән Айнур хәҙрәт Бирғәлин); балаларға мосолманса йәйге лагерь ойоштороу; көҙгө уңыштан мәҙрәсә шәкерттәренә, мохтаждарға йәшелсә ебәреү рәүешендә зәкәт түләү; махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан уландарыбыҙҙың иҫән-һаулығын ялбарып мәсеттә ҡорбан аштары йыйыу; МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа.
...Эйе, МХО темаһы бер нисек тә ситтә ҡала алмай әлеге мәлдә. Йыйылыш эшендә ҡатнашҡан “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының социаль координаторы Артур Ғайназаров, МХО ветерандары ассоциацияһы вәкиле, “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусы Ринат Хөснийәровтар Рәхмәт хаттары, грамоталар тапшырҙы. Рудниктағы “Юныс” (Вәзир-хәҙрәт), Учалы ҡалаһындағы “Зәйнулла ишан” (Рәсүл-хәҙрәт), Ҡунаҡбайҙағы “Ильяс” (Урал-хәҙрәт) һәм Өргөндәге “ Хаммат” (Урал-хәҙрәт) урындағы мосолман дини ойошмалары тырышлығы ошо рәүештә айырым билдәләнде.
Әйткәндәй, Өргәндәге “Хаммат” мәхәлләһе үҙен ошолай танытып өлгөрһә лә, ул мәсет быйыл ғына сафҡа индереләсәк икән! Шулай уҡ 2026 йыл Абҙаҡ, Баттал, Һөйөндөктә ғибәҙәтханалар ишектәрен асасаҡ.
-Быйыл, Аллаһ бойорһа, ошо уҡ йүнәлештәрҙә эште дауам итербеҙ.Башҡаһынан тыш, Учалы имам-хатиптарына Өфөгә экскурсия ойоштороу тураһында ла уйланабыҙ – “Әр-Рәхим” мәсетен күреү, М.Солтанова исемендәге мәҙрәсә эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу бер ҙә артыҡ булмаҫтыр, - ти Дим хәҙрәт.
Үрҙә яҙғандарҙан ниндәй һығымта яһайбыҙ?
Ирекһеҙҙән Мәжит Ғафуриҙың шиғри юлдары иҫкә төшә:
“Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма,
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип
Күҙ һаламын халҡыма”.
Эйе, мосолмандарға үҙҙәренең дин ҡанундарын үтәүенә маһайып, хатта, тәккәберләнеп, ситтән тороп ҡалғандарға аҡыл һатыу, тәнҡитләү, динһеҙлектә ғәйепләп мөһөр баҫыу менән генә шөғөлләнеү күпкә анһатыраҡ булыр ине. Беҙҙең иһә дин әһелдәре халыҡ менән өҙөлгөһөҙ бәйләнештә ҡалып, ҡайғы-хәсрәттәрен дә, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да уртаҡлашып, бергә хаҡ юлдар эҙләп, иманға өндәп йәшәйҙәр. Бындай позиция тәрән ихтирам ғына уятырлыҡ!