Айҙай ғына түгел, йондоҙҙай балҡыны
Заманалар ҡырҡа үҙгәрҙе, күҙ алдында үҫкән малайҙар һис көтмәгәндә ҡаһарман яугирҙәргә әйләнде, һуғыштар тураһында уйлап та бирмәйенсә тыныс йәшәгән кешеләргә “фронтовик ғаиләһе”нең асы һурпаһын татырға тура килә.
Балбыҡ ауылы егете Илдар Мирза улы Сәғитов һәм Өргөн ауылы һылыуы Нурҙиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Хәсәнова 1982 йылдың февраль айында өйләнештеләр. Йәштәр Өргөн ауылында парлы тормош юлын башлайҙар.
Нурҙиҙәнең атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлимйән Бәхтийәр улы Хәсәнов – алдынғы механизатор булып эшләй. Райондаштары араһында кешелеклеге, ғәҙел булыуы менән ҙур абруй яулаған билдәле шәхес була. Ҡатыны Сәлимә Сәйфулла ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ә Илдар Мирза улы ремонт-техник станцияһында (РТС) моторист булып эшләй, Нурҙиҙә Ғәлимйән ҡыҙы ауыл магазинында һатыусы булып хеҙмәт итә. Күп тә үтмәй йәш ғаиләнең бер-бер артлы дүрт балаһы тыуа: өлкән улдары Илнур, ҡыҙҙары Айгөл менән Миләүшә, кинйә улдары Айнур.
Ошо ҙур ғаилә Өргөн ауылында етеш, күптәргә үрнәк булып донъя көтәләр. Балалар барыһы ла тыуған ауылдарында 9 йыллыҡ мәктәптә уҡып, һуңынан Учалы ауылында 10-11-се синыфтарҙы тик яҡшы билдәләргә генә тамамлайҙар. Дүртеһе лә юғары белемдәр алыуға өлгәште. Әлеге көндә үҙ ғаиләләре менән үҙ донъяларын төҙөп, матур итеп йәшәйҙәр.
Илнур хәләл ефете Алина менән 4 ул тәрбиәләйҙәр; ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себерҙә эшләһә, Алина ханым балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Оло улдары Илмир Магнитогорск ҡалаһындағы Г.И.Носов исемендәге дәүләт-техник университетының 1-се курс студенты. Алмас – 9-сы, Арсен менән Алсын – 7-се синыф уҡыусылары. Ихлас спорт менән шөғөлләнәләр. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Баймаҡҡа ярышҡа барып, көрәш буйынса беренсе урынға сығып, районыбыҙға алтын миҙалдар алып ҡайттылар.
Айгөл Илдар ҡыҙы ире Азат менән өс бала үҫтерәләр. Үҙе Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейында уҡытыусы булып эшләһә, тормош иптәше Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында участка начальнигы. Айрат улдары 6-сы синыфта, Азалия - 4-се, ә кинйәләре Аслан беренсе класта уҡый. Район халҡы был ғаиләне яҡшы белә, сөнки улар бик етди дәрәжәлә умартасылыҡ менән дә шөғөлләнеп, яҡташтарын хуш еҫле, тәмле, сифатлы бал менән тәьмин итәләр.
Өлкән Сәғитовтарҙың бәләкәс ҡыҙҙары Миләүшә лә Фуат кейәүҙәре менән ишле ғаиләле. Миләүшә Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында башланғыс класс уҡытыусыһы, Фуат – “Уралташ” предприятиеһында быраулау ҡоролмаһы машинисы. Морат менән Әҙилә мәктәпкә йөрөй, Марат – балалар баҡсаһында, ә кинйәләре Арыҫлан әлегә әсәһе менән өйҙә ултыра. Морат “Урал батыр” эпосын яттан тасуири һөйләп, республика кимәлендә танылды, хатта, Ҡазанға барып, дипломадар, бүләктәр алып ҡайтты.
Сәғитовтарҙың иң кесе улдары Айнурҙың шул тиклем исеме есеменә тура килә – яҡты нур, йылылыҡ бөркөүсе булып йәшәне ул ҡыҫҡа ғына ғүмерен. Уның тормошо – айырым китап яҙырлыҡ! Бала сағынан уҡ шул тиклем кеселекле һәм кешелекле, ололарға ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы, изге күңелле булып мәңгегә иҫтә ҡалды. Үҫмер сағында төрлө техника менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Велосипедтар, мотоциклдарҙы һүтеп, ремонтлап, яңынан ҡороу яратҡан шөғөләнә әүерелә. Үҫеп еткәс ниндәй генә техника һатып алманы ул – төрлө-төрлө еңел автомашиналар, “Газель”, хатта, экскаватор. Техникаһы менән һәр саҡ кешеләргә ихлас ярҙам итә торғайны. Ифрат эшһөйәр һәм оҫта ине. Егерме бише лә тулып өлгөрмәгән егет ата-әсәһенә бынамын тигән ике ҡатлы йорт та һалып бирҙе. Мәктәптә уҡығанында ла һис һынатмаған була. Кластарында староста була, спорт менән шөғәлләнә һәм яҡшы уҡый, төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала килә, юҡҡа ғына “Президент шыршыһы” байрамына саҡырылмай инде! Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә. Һөнәре буйынса юғары белем алыу менән бер рәттән хәрби кафедраны ла уңышлы тамамлап, офицер дәрәжәһенә лә өлгәшә.
Ҡулына диплом алғас Айнур ҡайҙалыр сит яҡтарға сығып бәхет эҙләмәй, тыуған төбәгенә ҡайта. Учалы ҡалаһында машиналар төҙөү заводына (“РИВС”) инженер-технолог вазифаһына эшкә урынлаша. Унда ла йәш белгес егәрле, грамоталы инженер булыуы, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы һәм игелеклеге менән тиҙ арала абруй ҡаҙана.
...Махсус хәрби операция башланғас, хәрби комиссариаттың һорауы буйынса яуҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың фоторәсемдәрен ҡуйыу өсөн рамдарҙы матурлап, семәрләп яһай. Яҡын киләсәктә үҙенең дә һүрәте ошондай рамда торор тип уйына ла килтермәгәндер моғайын, әллә йөрәген семтеп ҡуйҙы микән?
Айнур Илдар улын 2022 йылдың октябрь айында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә әрмегә саҡыралар. 428-се мотоуҡсылар полкының 10-сы рота командиры итеп тәғәйенләнә. Өлкән лейтенант яу ҡырында ла һынатмай. Үҙенең ҡыйыу, тәүәкәл, ғәҙел командир икәнлеген яу шарттарында иҫбатлап, һалдаттарының ҙур ихтирам һәм ышаныстарын алыуға өлгәшә. Икенсе подразделениеларҙа ла уны “Крот” позывнойы аша күптәр белә. Белмәҫлек тә түгел шул! Мәҫәлән, ут аҫтында яу яланынан дошмандың экскаваторын нисектер ҡабыҙып алып сыға, һуңынан ҡеүәтле техника менән ҡола яландағы һалдаттары өсөн йәһәт окоптар йырып сыға. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, егеттәрен ҡайғырта, нисә һалдат тормошон һаҡлап ҡалғандыр, быныһы Хоҙай Тәғәләгә генә теүәл билдәле.
Беҙ белмәй-ишетмәй ҡалған осраҡтар ҙа күп булғандыр инде... Ҡыйыу, Ай ғына түгел, йондоҙ кеүек балҡып йәшәгән Айнур Сәғитовтың ғүмере 2024 йылдың 21 апрелендә өҙөлдө.
Хәрби ҡаҙаныштары “Батырлыҡ, тоғролоҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары, хәрби часть ата-әсәһенә ебәргән Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән була. Ҡыҫҡа тормошона һуңғы нөктәне лә сағыу ҡуя ул – үҙе хәрби задание үтәгәндә һәләк булғандан һуң “Генерал Шайморатов” миҙалы һәм “Ҡаһарманлыҡ” ордендары яҡындарына тапшырылды.
Айнурҙың вафаты ата-әсәһен, яҡындарын, Өргән халҡын ғына түгел, уны белгән һәр кешене ҡара ҡайғыға һалды. Урал батыр һәм Шайморатов генерал вариҫының ауыр тупрағы – еңел, ҡараңғы гүрҙәре – яҡты, йәне – йәннәттә булһын! Ә беҙ, йәмәғәт, тап беҙҙең имен йәшәйеш өсөн Айнур кеүек аҫыл егеттәр йәндәрен фиҙа ҡылыуын, донъяла иң ҡиммәт хаҡ түләүҙәрен һәр саҡ иҫтә тотоп, тормоштарҙың ҡәҙерен беләйек! Һәм хәлдән килгәнсә яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итәйек – был барыбыҙҙың да уртаҡ һәм изге бурысы!
Малай саҡтан тырыш, сәмле,
Маҡсатлы булдың Айнур.
Күңелдәрҙе йылытыусы, -
Булдың һин бер яҡты нур!
Ҡурайҙа матур уйнаның,
Шөғөлләндең спорт менән.
Изге уйлы, ипле булдың,
Яҡтылыҡ бөрктө һинән!
Матур хыялдар ҡорҙоң һин,
Тора белдең һүҙеңдә.
Иман, тәүфиҡ, башҡорт рухын, -
Йөрөттөң һин үҙеңдә!
Маҡсат ҡуйҙың, уҡып сыҡтың,
Булдың һәйбәт инженер.
Ҡыйыу рухлы илһөйәргә
Ҡәҙерле шул тыуған ер!
Кәрәк булғас, яуға индең
Шулай ҡуша хәрби ант.
Данлы рота командиры,
Ҡыйыу, өлкән лейтенант.
...Уңай позиция яулап,
Дошманды ҡырып - атып.
Эксковаторға менеп,
Тиҙ генә окоп ҡаҙып.
Күпме һалдатты ҡотҡарҙың
Үлем, ут - ғәрәсәттән.
Ут яуһа ла, бирешмәнең,
Ҡан аҡты йәрәхәттән.
Хатта дошман ҡаушап ҡалды
Һин ҡылған батырлыҡтан.
Иһ, был тормош торһа икән
Яҡтылыҡ, матурлыҡтан!
Ир - егетте яуға кертә
Илһөйәрлек, хәрби ант.
Дошмандарҙы еңер өсөн
Кәрәк ҡыйыулыҡ, талант.
Айнур, һин бик ҡыйыу яугир,
Ҡурҡыу һәм шик һиңә ят.
Ғорур һәм батыр йөрәкле,
Һеҙҙең нәҫел, һеҙҙең зат!
Ауылдашым, дан командир,
Һиңә хөрмәттәрем ҙур.
...Яҡты рухың күңелдәрҙә, -
Йәшәй һәм йәшәр, Айнур!
Гуманитар ярҙам.
Уттар эсендә йөрөйбөҙ,
Бер дан полк - ҙур төркөм.
Күңелдәргә өмөт өҫтәй, -
Яңы тыуған һәр бер көн!
Һеҙҙе уйлап, юҡһынабыҙ,
Яҡташтар, ауылдаштар.
Һағындыра ауыл сәйе,
Ҡоротло, ҡайнар аштар!
Иҫкә төшә ауылдағы
Миндекле, парлы мунса.
Һалҡын окоп төптәрендә
Ҡулдар, аяҡтар туңһа.
Шөкөр, беҙгә, башҡорттарға
Ярҙам күрһәтә халыҡ.
Ойоҡбаштар, бейәләйҙәр,
Кемдер ебәргән һалып.
Ошо изге эштәрегеҙ
Күтәрә күңелдәрҙе.
Утлы пуляларҙан һаҡлай,
Оҙонайта ғүмерҙәрҙе!
Һеҙ уҡыған һәр бер доға
Аралай әжәлдәрҙән.
Кешелеклек ҡоролған ул, -
Тик изге ғәмәлдәрҙән!
Рәхмәт һеҙгә ватандаштар,
Рәхмәт апай, инәйҙәр.
Ҡулды түгел, күңелдәрҙе
Йылыта бейәләйҙәр!
Өмөттәрҙе өҙмәйексе,
Әле иң ауыр саҡтар.
Бер саҡта ла бирешмәгән
Башҡорттар, аҫыл заттар!
Тыуған илебеҙҙе һаҡлау,
Беҙҙең бурыс, һүҙҙәр хаҡ.
...Улдарыңды тере килеш, -
Көтөп алсы, тыуған яҡ!
Берҙәмлектә беҙҙең көс!
Әйҙәгеҙ, тоғро ҡалайыҡ
Тыуған ил, тыуған ергә.
Дошмандарҙы еңәсәкбеҙ,
Булһаҡ әгәр, беҙ бергә!
Ярҙам ҡулын һуҙайыҡсы
Ҡаһарман яугирҙәргә.
Йән аямай яуға кергән
Аҫыл, батыр ирҙәргә!
Ни тиһәңдә, беҙ - башҡорттар,
Арҡа терәрлек халыҡ.
Намыҫ тигән төшөнсәне
Йөрәк түренә һалып.
Уйланайыҡ, ашығайыҡ
Һуҙырға ярҙам ҡулын.
Яу ҡырынан өмөтләнеп
Кемдер көтәлер улын...
Кемдер атаһын юҡһынып
Күрәлер төштәрендә.
Ярҙам - Еңеү яҡынайтыр,
Барып етһен мәлендә!
...Унда ауыр. Һалдат өсөн
Ҡәҙерле ризыҡ, кейем.
Кемдер таҡталар табышһын,
Берәүҙәр балта, сөйөн!
Блиндаж булһа, яугирҙәргә
Булыр ышыҡ, йылыраҡ.
Дошмандарҙы дөмбәҫләрҙәр
Көс - хәл йыйнап, нығыраҡ!
Барыһы ла кәрәк унда:
Тепловизор, май шәме.
"УАЗ" -ик, "Нива", домкрат, көрәк,
Йылы хат - күңел йәме!
Кәрәк унда бинт, дарыуҙар,
Бирешмәһендәр сиргә.
Яраланғандар һауыҡһын, -
Теләгем шул, беҙ бергә!
Дошман аяҡ баҫалмаһын
Тыуған ил, тыуған ергә.
...Еңеү беҙҙең яҡта булыр,
Беҙ көслө һәм беҙ бергә!
Рамай Ҡаһир, Өргөн ауылы