Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 13:40

"Сит ҡайғы булмай"

Учалы районы ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

"Сит ҡайғы булмай"
"Сит ҡайғы булмай"

Учалы районы ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

- Мөрәжәғәтнамәне диҡҡәт менән тыңланым. Радий Фәрит улының сит ҡайғы булмай, ауыр мәлдә барса халыҡ берҙәм һәм бергә булырға тейеш, тигән фекере менән тулыһынса килешәм. Республикабыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам итә. Һәр районда был эш юлға һалынған. Беҙҙең Учалы районында ла маҡсатлы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, даими рәүештә МХО зонаһына гуманитар йөк туплауҙа ҡатнашабыҙ. Был аҙнала ғына ирекмән, үҙе тәжрибәле яугир Рәил Таяр улы Ҡормашин етәкләгән 25-се гуманитар конвойға хәлебеҙҙән килгәнсә булышлыҡ күрһәттек - һалдаттарға төҙөлөш өсөн таҡталар әҙерләп ебәрҙек.

Яугирҙарҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Беҙҙең Туңғатар ауыл Советына ҡараған 15 ғаиләне бушлай утын менән тәьмин итеп торабыҙ. Был эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк. Сөнки ныҡлы тыл  - еңеүҙең яртыһы икәнлеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас