Барығыҙ ҙа мәсеттә йома намаҙҙандарында булғанығыҙ бармы? Юҡ икән, әлегә намаҙға баҫмаған булһағыҙ ҙа, мотлаҡ ҡатнашығыҙ. Һүҙ менән генә яҙып килештерерлек түгел, әммә тап ошо коллектив ғибәҙәт мәлендә аң асылып, күңел сафланып ҡала, бар әҙәм балалары бер-беренә туған икәнлегенә инанаһың.... Вәзир-хәҙрәттең саҡырыуы буйынса Рудник ҡасабаһындағы “Юныс” мәсетендә йома намаҙанды булыу бәхете тейҙе беҙгә лә. Эш буйынса ла сәбәп табылды – мәсеткә йөрөгән мөхтәрәм ағинәй менән танышыу.
Ахун ауылында тыуып, бөгөн Рудник ҡасабаһында көн күргән Фәхриямал апай Хәнәфинаға быйыл 98 йәш тулды.
Был быуын кешеләренең барыһына ла тиерлек кеүек, уға ла күп һынауҙар аша үтергә тура килә. Атаһын хәтерләмәй ҙә, ә әсәгә бала саҡтан ярҙамлаша башлай. Ас-яланғас заманаларҙа яңғыҙ ҡатынға 3 баланы аяҡҡа баҫтырыу анһат булмай инде. 10 йәшендә колхоз эшенә тулыһынса егелә – сәсеүлектәрҙе утау, көлтә бәйләү һәм башҡа, хәленән ни килә, шуны ҡушалар. Эштән бушамай, мәктәптә ни бары ике йыл ғына уҡый алған.
-Тормош яйлап рәтләнә башлағайны ла ул, һуғыш тамам ҡаҡшатты, - тип көрһөнөп хәтирәләргә бирелә. –Ағайымды фронтҡа алманылар, бер генә күҙе күрә ине бахырҙың. Ауылдан Мейәс станцияһына тиклем ат ҡыуырға ҡуштылар. Бер китеүенән ҡайтманы, йылҡыларҙы фронтҡа тиклем оҙата барырға ҡушҡандар ҙа, ҡайҙалыр, нисектер башын һала, ғәйеп булды. Бер туғаным да аяғын туңдырып бәләгә ҡалды...”. Нисек кенә булмаһын, бөтә ил өсөн иң ҡараңғы, иң ҡырыҫ мәл дә артта ҡала. 1947 йыл тыуған ауылынан Рудник ҡасабаһына (“Эшләпәгә”) күсергә тәүәкәлләй. Колхоз эшендә сыныҡҡан ҡыҙға алтын кәсебе әллә ни ауыр шөғөл булып тойолмай, тамаҡ та туғыраҡ, өҫ тә бөтөнөрәк. Һәм хәҙер инде бына 79 йыл (!) шул Рудникта көн күрә. Бер тапҡыр ғына ситкә сығып килә -1953 йыл Учалы руднигы курстарға ебәреп һатыусыға уҡытып ала. Зирәк, сос һәм эшһөйәр ҡыҙға был шөғөл килешә, тормошта үҙ урынын тамам таба ошо рәүештә – өс тиҫтәнән ашыу йыл, хаҡлы ялға сыҡҡансы данлыҡлы Рудник универмагында һатыусы булып эшләй. Ә тормош иптәше Радул Юнысов ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында водитель, механик булып хеҙмәт итә, 2017 йыл баҡыйлыҡҡа күсә.
-Әсәйем иманлы кеше булды, намаҙҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышты, ураҙа тотто. Элекке заманаларҙа дингә кире ҡараш булғас, бер абыстайҙың өйөнә йәшерен йыйылырҙар ине. Донъянан иртә китте, ләкин миңә лә иман нуры сәсеп өлгөрҙө. Хәтерҙә, ҡәйнәм менән бергә йәшәй инек ул саҡта, иртүк намаҙға торғанымда, мине лә уятаң бит, тип һөйләнә башланы. Ә Рамаҙан айында ҡояш ҡалҡҡанға тиклем ауыҙ асыр кәрәк. Тартҡылашманым, таңдан һауыт-һаба шылтыратмаҫ өсөн кистән ризыҡ әҙерләп ятам, сәйҙе лә алдан ҡайнатып термосҡа ҡоям. Юҡтан талаш сығарһаң, ураҙаң да ҡабул ителмәҫ тип уйланым”, - ти ул.
Әле лә, олпат йәшендә, Рудниктағы “Юныс” мәсетенә йыш йөрөй, йома намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырыша, 1998 йылдан алып даими ураҙа тота. Ҡыйынға төшмәйме? “Юҡ, киреһенсә, тәнгә лә, йәнгә лә рәхәт булып ҡала!”-ти ул йылмайып.- Ҡасан теләйем, шунда ятып йоҡлайым. Төн ни, көн ни – тиҫбе тартырға мөмкинлек бар икән, мин ҡәнәғәт. Рәхимле Аллаһы Тәғәләне данлайым, ғонаһтарымды ғәфү итеп ожмах ишектәрен асыуын һорайым һәм...һәм һуғыш яланындағы егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын ялбарам”. Шул ҡәҙәр мөхтәрәм ағинәй һорағас, үтенс кире ҡағылмайҙыр тип өмөт итәйек!
Күҙ генә теймәһен, теремек, бөхтә һәм зиһене асыҡ. Бына бит, фотоға төшөрөргә булғас та, һәр ҡатын-ҡыҙға хас ентеклек менән өҫ-башын ипкә килтерегә кереште. Зат-зәүере иғтибарҙан ҡалдырмай, әммә үҙ өйөндә үҙе тәртип тоторға ынтыла, “...эх, эйелһәм баш әйләнә башлай шул хәҙер, иҙән йыуа алмайым”, - тип кенә бер аҙ үкенес белдерҙе. Дауаханаға ике тапҡыр ғына бара ғүмерендә–аппендицит шешкәндә һәм аяҡ һындырғанда. Хәҙер ни, табиптар үҙҙәре өйөнә килеп, сәләмтлеген тикшереп торалар.
Оҙон ғүмеренең сере тураһында уйланмай ҡалмай. Күңел тыныс булырға тейеш һәм хәрәкәт кәрәк, тигән һығымтаға килгән. Ул әле лә көнөнә икешәр- өсәр тапҡыр ҡулына таяҡсалар тотоп, “скандинав йөрөшө” менән кинәнә. Туҡланыуға килгәндә, кәзә һөтөн күп эстем, ти, хәҙер генә килешмәйерәк башлаған, ә бына кәзә ите менән теләп һыйлана икән.
Бер генә ҙур үкенесе бар апайҙың – күҙҙәр насар күрә башлағас, блиндаж шәмдәре ҡойоуҙа, маскировка селтәрҙәре үреүҙә ныҡлап ҡатнаша алмай, хәленән килгәнсә генә булышлыҡ итә. Ә был эш менән “Юныс” мәхәлләһендә ныҡлап шөғөлләнәләр, юҡҡа ғына БР МХО ветерандары ассоциацияһының Рәхмәт хаты бирелмәне.
Был хаҡта мәхәллә ағзаһы, йәмәғәтсе һәм 2-се китапхана хеҙмәткәре Гөлнара Таипованың һөйләп биреүен үтендек.
-Әхлаҡ, дин ҡанундары буйынса һәр халыҡ, һәр кеше хәленән килгәнсә кемгәлер ярҙам итергә теләй. Айырыуса көрсөк мәлдәрендә. Махсус хәрби операция башланғас “Юныс” мәсете мәхәлләһе мосолмандары бер аҙ юғалып ҡалғайныҡ – ҡулдарына ҡорал алып Ватан мәнфәғәттәре һағына баҫҡан ир азаматтарына нисектер булышлыҡ итергә ниндәйҙер мөмкинлек бармы? Аллаһҡа шөкөр, ниәтебеҙ булғас, форсат та бирҙе. Мәсетебеҙгә йөрөгән мосолман Тәлғәт Рәхмәтуллин “Наша Родина – Россия” тигән ирекмәнлек хәрәкәтенә тотондо, интернет аша эш итеп хәрбиҙәрҙең ниҙә мохтаж икәнлектәрен теүәл белде. Мәсеттә үк гуманитар ярҙам йыйыу пункты ойошторолдо. Мәхәллә ағзаларына Рудник ҡасабаһының башҡа ҡатын-ҡыҙҙары, шул иҫәптән 2-се моделле китапхана эргәһендәге “Собеседушки” клубы ҡушылды. Күмәкләп йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләнек, кәрәк-яраҡ йыйҙыҡ һәм фронтҡа оҙатабыҙ. Мәсеттең үҙендә үк йыйылып туҡмас киҫтек, сәк-сәк бешерҙек. Консервалар, үлән сәйҙәре йыйҙыҡ. Фронттағыларға маскировка селтәрҙәре талап ителә башлағанда Рудникта “Труженики тыла” ирекмәндәр хәрәкәте ныҡлап йәйелде, улар менән бергә эшләй башланыҡ. Мәсеттең ихатаһында уҡ рамдар ҡуйып селтәрҙәр үреүгә тотондоҡ. Һыуыҡ мәлдә, әлбиттә, туҡталып та торорға тура килә, хәйер, икенсе эш табыла – мәсет эсендә окоп шәмдәре ҡойоу. Аныҡ билдәләйек – ҡайһы эшкә кем күпме өлөш индергән, кем маҡтауға, кем тәнҡиткә лайыҡ тип бүлеп ҡарау бер кемебеҙҙең башына ла инмәй. Ирекмәндәрҙең, мәхәллә ағзаларының, айырым кешеләрҙең маҡсаттары бер бит – хәлдән килгәнсә һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү. Күптәрҙең ирҙәре, ҡәрҙәштәре, улдары йә ейәндәре яу ҡырында . Иманым камил – иң-иң изге ниәт менән башҡарылған ярҙам яугирҙәребеҙгә көс өҫтәй, әжәлдән ҡурсалай, Аллаһы Тәғәлә шул тиклем күп кешеләрҙең эскерһеҙ тырышыуын һәм ихлас күңелдән ялбарыуын ишетмәй ҡалмаҫтыр, иншаллаһ! Яугир әруахтарына ла доғалар уҡыла, ғаиләләре менән бәйләнеш тотабыҙ... Әйткәндәй, фронттан килгән яугирҙәр, һалдаттарҙың ғаилә ағзалары беҙҙең имам-хатиб Вәзир-хәҙрәткә кәңәш йә ярҙам һорап килгеләйҙәр, йыуата, өмөт уята белә ул, кәрәк булғанда аҡыл дә өйртер – “Юныс” мәсете ишектәре һәр кем өсөн асыҡ, әлхәмдүлилләһ!
“Юныс” мәсетендә булғанда, гәзит уҡыусыларының иҫтәренә төшөрөүҙе һоранылар – оҙаҡламай изге Рамаҙан айы башлана, хәлдәренән килгәндәргә ураҙа тотор кәрәк, йышыраҡ мәсеттәргә йөрөргә, тыйылғандан айырыуса ныҡ тыйылырға һәм мөмкин тиклем күберәк яҡшы эш ҡылырға ынтылыу дөрөҫ булыр. Шул иҫәптән –яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ынтылыу – һис шикһеҙ сауаплынан сауаплы ғәмәл!