Ауыл ерендә клубтың дөрләп эшләүе, ауыл халҡын үҙенә тартып тороуы тәү сиратта ошо усакка ҡуҙ өҫтәп дөрләтә алырлык кешенең, йәғни клуб мөдиренең, үҙ эшен яратып башҡарыуына, яуаплы ҡарауына төп өлөштә бәйле. Районыбыҙҙың күп клуб мөдирҙәре тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин булыр ине, әммә бөгөн һүҙем Һөйөндөк ауылы клубының мөдире Гөлсара Камалова һеңлекәш тураһында. Был ханымды белгәнемә хәтлем дә интернет селтәрҙәре аша Һөйөндөк ауылы клубының эшен ҙур кыҙыкһыныу менән күҙәтә инем. Күҙәтмәҫлек тә түгел шул: йә гөрләтеп берәй байрам сараһын уҙғаралар, йә район кимәлендә асык фольклор сараһы үткәрәләр, йә “Таҙа кесаҙна” көнөндә клуб эсен, тыш яғын таҙартыу, биҙәү менән булалар - һанап китһәң бик күп йыйылыр. Кайһы сак аптырап та ҡуя инем, был тиклем сараларға нисек вакыт таба икән, тип. Бер бәләкәй генә сара өсөн дә күпме әҙерләнер, халыкты йәлеп итер кәрәк, ә бының барыһын да башҡарып сығыу өсөн күпме ойоштороу эше, көс, ваҡыт һәм һәләт талап ителә.
Мин Гөлсара Ғилман ҡыҙы менән ауылдың үҙешмәкәр артистары тарафынан сәхнәләштерелгән “Мин ҡайтырмын!” тигән драманы халыҡҡа Еңеу байрамы алдынан клубта күрһәткән саҡтарында таныштым. Был драма минең “Ғәфу ит, улым!” китабыма ингән ине. Ул көндө китапханала ошо китаптың презентацияһын китапхана мәдире Вилә Жәмил ҡыҙы , үҙешмәкәр драма һәүәскәрҙәре бик күркәм итеп ғәмәлгә ашырғайны. Шуныһы иҫтә калған, клуб эсенең таҙа булыуы, заманса биҙәлгәнлеге. Ә иң аптыратканы - драманы ҡарау өсөн килгән халыҡ менән клуб эсе тулы булыуы. Хатта, ҡайһы берәүҙәр баҫып ҡарағайнылар. Был, бер һүҙһеҙ, клуб мөдиренең халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүенә, мәҙәни сараларға ылыҡтыра белеүенә асыҡ һәм ышаныслы дәлил.
Гөлсара Ғилман ҡыҙы 1971 йылда Кәрим ауылында доньяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында алғандан һүң, уҡыуын 5-8 кластарҙа Комсомольск мәктәбендә дауам итә. Юғары кластарҙы Мулдаҡай мәктәбендә укып тамамлай.
Мәктәп дәүерендә теремек, асыҡ ҡыҙ ниндәй генә сараларҙа һәм түңәрәктәрҙә катнашмай, һанап бөтөрләк тә түгел! Уның сәнғәт һәм мәҙәниәткә һөйөүе, ойоштороу һәләте шул мәктәп йылдарында формалаша, үҫешә лә инде. Артабан Стәрлетамак культура-ағартыу укыу йортон ике йыл ярым уҡып тамамлағандан һүң, хеҙмәт биографияһын Һөйөндәк ауылы клубы мөдире булып башлай һәм бына бөгөнгө көнгәсә ошо яуаплы һәм тынғыһыҙ вазифала эшләүен дауам итә. Гөлсара Ғилман ҡыҙының эш кенәгәһендә ике генә яҙыу теркәлгән, Стәрлетамак укыу йортон тамамлаған һәм һөйөндөк клубына мөдир итеп эшкә алынған, тигән генә яҙыуҙар. Был факт үҙе генә лә тәрән ихтирам уятырлыҡ! Әйткәндәй, Гөлсара Камалованың клуб мөдире булып эшләүенә быйыл теүәл 35 йыл.
Ошо вакыт эсендә клубта ниндәй генә байрамдар, саралар, пьесалар әҙерләнмәгән һәм башкарылмаған. Шөғөлөңдө күңел биреп башкарган сакта ғына эшләнгән эш кеше күңелендә онотолмаслык якты эҙ калдыра бит ул. Тағын шуныһын билдәләп үтмәү яҙык булыр, клуб мөдире йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм уларҙы төрлө-төрлө сараларҙа ҡатнаштырыу өсөн үҙ көсөн, вакытын һис йәлләмәй. Ситтә укыған студенттар һәм эшләп йөрөүсе йәштәр тыуған ауылдарына ҡайтып, Гөлсара Камалова ойошторған сараларҙа бик теләп һәм әүҙем ҡатнашалар.
Гөлсара ғилман ҡызы фиҙаҡәр һәм һөҙөмтәле эше өсөн бик күп Маҡтау, Хөрмәт кағыҙҙарына лайык булған, һанап бөтөрлөк түгел. 2023 йылда ул хөкүмәт тарафынан клубта төрле саралар уҙғарыу өсөн субсидия алыуға ла өлгәшә.
Махсус операцияның башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем һөйөндөк ауылы клубы яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә иң нык ярҙам күрһәткән клубтарҙың береһе булып һанала. Халык һаҡланыу селтәрҙәренең яугирҙарыбыҙға кәрәклеген, мөһимлеген аңлап, был өмәләргә берҙәм йөрөйҙәр, һәр сак материал һәм финанс яҡтан хәлдән килгәнсә уҙ өлөштәрен индерәләр. Был эштәрҙе ойошторуҙа клуб мөдиренең тырышлығы тик мактауға лайык.Ошо волонтер эше өсөн дә Гөлсара һеңлекәш күп тапкырҙар Учалы район хакимиәтенең Хөрмәт кағыҙҙарына һәм бүләктәренә лайык булды.
Һүҙемде тамамлап, тырыш, уңған, бик күп клуб мөдирҙәренә үрнәк булып торған Гөлсара Камалова ханымға ҡаҡшамас һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә артабан да уңыштар теләп, беҙҙең Үчалы районы мәҙәниәт бүлеге үҙ хеҙмәтенә намыҫ менән ҡараған Һөйөндөк ауылы клубы мөдире Гөлсара Ғилман ҡыҙының эшен Республика кимәлендә билдәләп, Мактаулы исемгә тәҡдим итерҙәр тигән теләктә һәм ышаныста ҡалам.
Әнисә Фәррәхова, Учалы ауылы