Яйыҡ
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Февраль , 14:30

Хәтерҙе тереләр һаҡлай...

Иҫтамғолда   Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан МХО-ла һәләк булған ауылдаштарға арналған "Хәтерҙе тереләр һаҡлай" тип исемләнгән хәтер һәм хөрмәт кисәһе үтте.

Хәтерҙе тереләр һаҡлай...
Хәтерҙе тереләр һаҡлай...

Иҫтамғол ауылында  клуб мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтованың тырышлығы менән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан МХО-ла һәләк булған ауылдаштар Буранбаев Владислав Илдар улы, Ваһапов Нәдип Әдип улы, Әхмәҙиев Илнур Мөхәмәдин улы, Иҫтамғолов Ришат Ғәбдрәшит улы, Исхужин Рәфис Раиф улы иҫтәлегенә арналған "Хәтерҙе тереләр һаҡлай" тип исемләнгән хәтер һәм хөрмәт кисәһе үтте. Сараның беренсе өлөшөндә яугир ауылдаштар иҫтәлегенә арналған митинг, икенсе өлөшөндә теннис буйынса турнир, армрестлинг, гер күтәреү, шахмат, шашка буйынса спорт ярыштары ойошторола.
Сараға яугирҙарҙың ғаиләләре, яҡындары, туғандары, дуҫтары, класташтары ауылдаштары килде, яҡты  иҫтәлектәре менән бүлешеп хәтергә алдылар.
Һағышлы ла, моңһоу ҙа хәтер һәм хөрмәт кисәһе сәмле ярыш уйындары менән дауам итте.
Теннис буйынса турнир :
1-се урын - Илдар Игликов, 2-се урын - Шәрифулла Таһиров,
3-сө урын - Самат Оспанов.
Армрестлинг :
1-се урын - Илнур Буранбаев, 2-се урын - Рим Аллабирҙин,
3-сө урын - Данил Хилажев.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында :
1-се урын - Гүзәл Бапанина, 2 –се урын - Гөлдәр Рәхмәтуллина, 3-сө урын - Карина Буранбаева
Гер күтәреү :
1-се урын - Мират Ваһапов, 2-се урын - Илгиз Ғәлиәхмәтов,
3-сө урын - Руслан Шаһиев.
Шахмат :
1-се  урын - Фәтих Баһауетдинов, 2-се урын - Динислам Аллабирҙин, 3-сө урын - Ислам Мөхәмәтов.
Шашка :
1-се урын - Вәлимә Гарданова, 2-се  урын - Салауат Баһауетдинов, 3-сө урын - Фәтих Баһауетдинов.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәгә килеп актив ҡатнашыусылар араһынан  береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы.
Сара һуңында сәй табыны артында ауылдаштар аралашып, хәтирәләр һөйләшеп кисәбеҙ дауам итте.
Яугир егеттәребеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер һәм хөрмәт кисәһенең спонсорҙары тураһында әйтмәй китһәк яҙыҡ булыр: Гөлзирә Буранбаева, яугир ауылдашыбыҙ Владислав Буранбаевтвң тормош иптәше, Белорет ҡалаһынан балалары Илнур, Карина менәнприздар алып килгәндәр;  Фәрзиә Иҫтамғолова - яугир Ришат Иҫтамғоловтың әсәһе;  Мөхәмәдин һәм Мөнирә Әхмәҙиевтар - яугир Илнур Әхмәҙиевтың ата-әсәһе; Эльза Ильясова, Илсур Ғәлиәхмәтов - яугир Илдус Ғәлиәхмәтовтың ата-әсәһе;
Лиза Әхмәҙиева  - яугир Илнур Әхмәҙиевтың өләсәһе, шулай уҡ  актив ауылдашыбыҙ Гүзәл Бапанина  сарабыҙға приздар алыу өсөн аҡсалата  ярҙам күрһәтте.
"Хәтерҙе тереләр һаҡлай" тип исемләнгән хәтер һәм хөрмәт кисәһен уҙғарыуҙа ярҙам иткән, ошо сараға килеп ҡатнашыусы олоһо-кесеһенә ҙур-ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, эшегеҙҙә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Һуғышта йөрөгән егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, уларҙы ҡыуанып ҡаршы алырға насип булһын.
Яу ҡырында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ тыныс йоҡлаһын, улар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр.
Хәтерҙе тереләр һаҡлай...

 

Беҙҙең хәбәрсе

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас