

Нәзирә Нәжметдин ҡыҙы Ғәббәсова – уникаль кеше, өс тапҡыр игеҙәктәр тапҡан әсә.
1967 йыл Юлдаш ауылында донъяҡа килә. Ғаиләлә алты кеше булалар. Нәзирәне бала саҡта күберәген өләсәй ҡарай.
-Әсәйем, Гәлиә Хәйрулла ҡыҙы, һауынсы булып эшләне бит, быҙау ҡарауҙы ла уларға йөкмәттеләр. Иртә таңдан фермаға сығып китә, ә кисен ҡайтҡанында мин йоҡлаған булам инде. Төшкө ашҡа әхирәттәре менән күмәкләп киләләр, барыһы ла арҡамдан һөйә. Дүрт йәш булғандыр, “Был апайҙарҙың ҡайһыһы минең әсәй әле?” –тип уйға батҡаным һаман хәтерҙә, - тип йылмая әңгәмәсебеҙ.
Үҫеп еткәс, кейәүгә сыға, Силәбе өлкәһендә йәшәйҙәр. Тәүге ҡыҙы, Анюта, яңғыҙ була әле. Ә бына икенсегә ауырға ҡалғас, игеҙәктәр таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер бала йәшәп китә алмай, ә бына Максим иҫән. Тәҡдире шулдыр инде,Нәзирә ханым ҡулында ике бала менән тол ҡала. Ҡайтанан тормошҡа сыҡҡас, Эльмир һәм Эмиль, Нил менән Нилә донъяға киләләр. Анюта вахта ысулы менән эшләп йөрөй бөгөнгө көндә, Нил тау сәнәғәте колледжын “ҡыҙыл дипломға” тамамлап, “Урал таштары” предприятиеһында хеҙмәт итә. Нилә әсәһенә һөйөнөскә өс шуҡ, теремек малайҙар тапты. Нәзирә Нәжметдин ҡыҙының Рудник ҡасабаһындағы йортоноң тупһаһына туҙан һис тә ҡуна алмай. Эх, ошоноң менән генә мәҡәләне тамамларға ине лә, юҡ шул, барыһы ла ал да гөл түгел.
-Эльмир үҙенә күрә бер ине, беҙ уны, хатта, “бәләкәй атай” тиер инек, кескәйҙән барыһын хәстәрләргә ғәҙәтләнде бит! – тип иҫкә ала яуҙа башын һалған улын әсәһе.
1991 йыл тыуа. Ахун ауылының “Ферма” тип кенә аталған утарында йәшәйҙәр. Аңлашыла, сабый сағы ауыр заманаларға тура килә. Капитализм тегеҙелгән заманалар, ауылда эш юҡ, халыҡ осто-осҡа ялғап көн күрә. Ун ике йәшендә Эльмир ҡалғандарҙы ялан-баҫыуҙарҙа тимер-томор йыйырға күндерә. Һәм маҡсатына ирешә бит – металлолом тапшырған аҡсаға ныҡ иҫке булһа ла, автомобиль һатып ала. Инструмент та, оҫталыҡ һәм тәжрибә булмайынса, игеҙәге Эмиль менән икәүләп нисектер төҙәтеп алалар! Һәм бар ғаиләне урманға еләк-емеш, бәшмәк йыйырға йөрөтә башлайҙар. Был сауҙанан килгән бар аҡсаны ғаилә ҡаҙнаһына тапшыралар.
-Уҡыуын уртаса уҡынылар, ә бына йүнселлек ҡанға һалынғандыр инде, аҡса эшләй белделәр. Һәм ныҡ яуаплы булдылар, - тип һағышлы йылмайыу аша иҫкә төшөрә был йылдарҙы Нәзирә ханым.
Эльмир үҫеп еткәс иретер йәбештереүсе һөнәрен ала, эшләй, әсәһенә ярҙам итә, артабанғы тормошона пландар ҡора.
Тик бына МХО башланып, тиңдәштәре яу ҡырына юлланғас, тәүге “похоронкалар” килә башлағас, сыҙамай – 2024 йылдың август айында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Штурм ротаһында өлкән уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Яралана. Шөкөр, Нәзирә ханым, исмаһам, госпиталгә барып, улының хәлен белеп ҡайта. Ә 2025 йылдың февраль айында хәрби бурысты үтәгәндә Эльмир Хәлил улы батырҙарса башын һала... Тыуған еренә алып ҡайтып ерләнеләр. Ҡаһарманлыҡ ордены үҙе һәләк булғандан һуң ата-әсәһенә тапшырылды.
Нәзирә ханым иламаҫҡа, сәбәләнмәҫкә тырыша, бөгөлөп төшмәҫ өсөн күпме көс кәрәк уға... Һәм был ынтылышын ошолай аңлатты:
-Мин Герой әсәһе исеменә лайыҡ булырға тейешмен! Улым күктән һәр аҙымымды ҡарап торалыр. Ныҡ өҙгөләнә башлаһам, уға ҡыйын булыр тип ҡурҡам.
Тик һынауҙар бының менән генә бөтмәй әле. Эмиль, Эльмирҙың һыңары, оҙаҡ ваҡыт үҙенә урын тапмай ҡаңғыра. Уны ла фронтҡа оҙатыу әсәһе өсөн ниндәй һынау буласағын аңлай бит инде. “Исамаһам, һин йәшә инде!”, тигән ялбарыуҙарына ҡолаҡ һалғандай була. Тик берҙе Нәзирә ханымды ҡосаҡлай ҙа, шым ғына ҡарарын әйтә:” Әсәй, ғәфү ит, ләкин мин былайса артабан йәшәй алмайым. Эльмир өсөн ҡон алырға тейешмен”. Нәзирә ханым шул тиклем шаңҡып ҡала, артабан ни булғанын йүнләп хәтерләмәй ҙә ҡала тиерлек. Ә егет былтыр октябрь айында көнбайышҡа юлланды, туғаны эҙенән. Ул да штурмлау подразделениеһында яу йөрөй. Хәбәрҙәр оҙағыраҡ килмәй башлағанда, әсә кеше ни кисереүен күҙ алдына ла килтереп булмай...
Эмиль һәм Эльмир икеһе лә 18 йәштәрендә әрмегә алынмаған булалар, һаулыҡтары ирек бирмәй. Тыныс заманаларҙа “Кем әрмелә хеҙмәт итмәгән – ир-егет түгел!” – тип күкрәк киреп йөрөүселәр күп ине ул саҡта. Ә ысын яу башланған ине, кемдең кем икәнлеге бик тә асыҡ күренде!
... Бөйөк Ватан һуғышы дәүере ҡатындары олоғайған көндәрендә шундай сабыр һәм иманлы, эшһөйәр һәм сыҙам, рухлы һәм көслө булып хәтерҙә ҡалдылар. Ейәнсәрҙәренә лә оҡшаш һынауҙар аша үтергә тура килә шул. Фронтта улдарын, ирҙәрен, атайҙарын, ағай-ҡустыларын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар алдына баш эйеп, 8 март байрамы менән айырыуса ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уларҙың яҡты хәтере хаҡына хәйерле оҙон ғүмер йәшәгеҙ. Ә яҡындарығыҙҙың йәндәре йәннәттә булһын!