Яйыҡ
+27 °С
Облачно

"Йүнсел, көслө, ҡыйыу һәм хәстәрлекле булды атайым"

МХО яугире Динисламов Шәриф Әхмәт улы  тураһында

"Йүнсел, көслө, ҡыйыу һәм хәстәрлекле булды атайым""Йүнсел, көслө, ҡыйыу һәм хәстәрлекле булды атайым"
"Йүнсел, көслө, ҡыйыу һәм хәстәрлекле булды атайым"

МХО-ла һәләк булған яҡташтар тураһында гәзиттә ҡыҫҡаса белешмәләр бирә киләбеҙ. Һәр береһе тураһында һораша башлаһаң, тыныс ваҡытта ҡәҙимге тип ҡабул иткән, яныбыҙҙа йәшәгән ир-аттарҙың  төп асылда кем булғанлыҡтары асыҡ күренә. Улар шәһит булғандан һуң, ғаиләләре генә түгел, бар милләтебеҙ етемһерәп ҡалған кеүек...

Шәриф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Мәғәнәһе дәрәжәле, данлы,  намыҫлы, мәрхәмәтле, күренекле, арҙаҡлы,  тигәнде аңлата.  Был осраҡта исеме есеменә бик тә тура килгән!

 Динисламов Шәриф Әхмәт улы  1976 йыл Ҡобағош ауылында донъяға килә. Ауыл мәктәбендә һигеҙ йыл уҡығас һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ауылында механизатор, Уралтау станцияһында тимер юлсыһы булып хеҙмәт итә, һуңынан вахта ысулы менән алыҫ тарафтарҙа, башлыса төҙөлөш тармағында эшләй.

Хәрби хеҙмәтте парашют-десант полкында, Абхазияның Гудаута ҡалаһында үтә, Грузин-Абхаз конфликтында ҡатнаша. Үҙе ни генә әйткән булмаһын, фәҡәт  хәрби тәжрибә һәм  һуғыш ни икәнлеген бик яҡшы белеүе, йәш егеттәрҙе ҡурсаларға һәм өйрәтергә ынтылышы ҡәтғи ҡарарға этәрә лә инде -  2023 йылдың февраль айында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Ефрейтор дәрәжәһендә миномет батареяһы водителе вазифаһында алыша. Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр инде – минометсылар гел генә фронт линияһына бик яҡын йөрөй.... Яҡташыбыҙ ҙа хәрби заданиены үтәгәндә  2025 йылдың август айында батырҙарса һәләк булды. Фронтҡа Белореттан киткәс, күрше ҡаланың Геройҙар аллеяһында ҙур хөрмәт күрһәтеп бәхилләшәләр, тыуған Ҡобағош ауылында ерләнде.

 Байтаҡ миҙалдар менән наградланған, әле яңыраҡ,  үҙе үлгән-ерләнгәндән һуң, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” ордены ла эйәһен эҙләп тапты.

Әсәһе Ләлә Ноғоман ҡыҙы Шәриф Әхмәт улын   яңғыҙы тәрбиәләй. Дөрөҫөрәге, Урал ағаһы атай урынына ла ҡала. Һәммәһе Ләлә апай  биш баланы аяҡҡа баҫтырған.  Дилбәр менән Гөлназ – игеҙәктәр, Гүзәл туғандары биш йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ләлә апайға әле 87 йәш, ҡайғылы хәбәргә ныҡ ҡаҡшай, Шәрифенең дә юҡлығына һис тә ышанғы килмәй уның.... Ярар ҙа, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре нисек тә йыуатырға тырышалар.

Ләлә Ноғоман ҡыҙы үҙ ваҡытында   “Герой-әсә” миҙалы менән билдәләнә, хәҙер герой әсәһенә лә әйләнде инде!

 Яугирҙең ҡатыны - Рәзилә Харун ҡыҙы, шулай уҡ Ҡобағош ауылы ҡыҙы, һөнәре буйынса ашнаҡсы.   Бөгөнгө көндә Белоретта йәшәй. Ҡыҙҙары  Рәмилә Магнитогорск ҡалаһындағы  Г.И.Носов исемендәге дәүләт техник университетын тамамлау өҫтөндә, социаль эш буйынса белгес буласаҡ. Резеда - 9-сы класта уҡый.

Яугирҙең ниндәй кеше икәнлеге тураһында ҡыҙы Рәмилә менән һөйләшергә насип булды.

-Ныҡ теремек булды, ундайҙар тураһында,  бер урында ултырып сыҙай алмай тиҙәр. Йүнсел, көслө, ҡыйыу һәм хәстәрлекле булды, беҙҙе ныҡ яратты. “Егет һүҙе бер була” әйтеме тап атайым кеүек кешеләр тураһында. Һуғышҡа китергә булғас, күпме генә кире өгөтләп ҡараманыҡ, ләкин файҙаһыҙ икәнлеген яҡшы белдек – ниндәйҙер ҡарарға килһә, бары сигенмәйәсәк икәнен алдан аңланыҡ,  - тип иҫкә ала яҡташыбыҙҙы өлкән ҡыҙы. - Беренсе баланы малай булыр тип көткән, шуға ла мине улы кеүек тәрбиәләне. УАЗ-икка ултырып байтаҡ урмандар гиҙҙек, шансон йырҙарын тыңлай-тыңлай.   Күп ирҙәр эшенә өйрәтте. Бына әле лә, автомобилем менән барғанда, янымда атайым ултыра ла, тиҙлекте яйлат йә, киреһенсә - бында шәберәк барһаң да мөмкин, тип  кәңәштәрен биргән төҫлө. Ҡалған ваҡытта ла гел күкәтән ҡарап, ҡурсалап торған һымаҡ. Фронтта булғанында телефондан ғына түгел, видео аша ла йыш аралыштыҡ. Һуғыш турала бер ни һөйләмәне, төпсөнә башлаһаң, беҙҙең турала һорашырға керешеп, һүҙҙе оҫта ғына ситкә борор ине. Шулай ҙа һиҙемләнек – бик ауырға тура килә унда. Әммә ҡайҙан бәлә һалһын инде – ныҡ сәмле һәм ғәрсел булды бит ул!

  Шәриф Әхмәт улы  хәҙер фани донъяла юҡ. Әммә, шөкөр, нәҫеле дауам итә. Үҙен бер ҡасан күрмәйенсә лә, ҡыҙына ҡарап, төҫмөрләүе ҡыйын түгел. Рәмилә Шәриф ҡыҙы бик тә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы – бер ваҡытта ла дәрәжәһен төшөрмәҫ, бәҫен юҡары тотор, әммә алсаҡ, теремек һәм  ихлас булып күренде ул. Атаһына оҡшап тәүәкәллеге лә етерлектер – тау-ҡаялар буйлап сәйәхәт итергә ярата икән.  Атаһына оҡшаған ҡыҙ бәхетле була тиҙәр, амин!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас