

“Сапер бер тапҡыр ғына яңылыша” әйтеме махсус хәрби операция зонаһында иң тура һәм иң фажиғәле мәғәнәгә эйә бит ул!
Мәҡәлә геройы – 41 йәшлек уҙаман, яҡшы мәғәнәлә шаталаҡ, әүҙем холоҡло, ыҫпай кәүҙәле. Ситтән ҡарағанда күпкә йәшерәк тип тә яңылышырға булыр ине, тик аҡһап атлауы, ҡараш төбөндәге моңһоулыҡ ҡына күпте күргән, әммә бер ниндәй һынауҙарға бирешмәгән һәм бирешергә лә йыйынмаған ир икәнлеген асып һала. Беҙ уның менән 9 майға бағышланған тантаналарҙа таныштыҡ: Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, сроклы хәрби хеҙмәтте Ҡара диңгеҙ флотында үтә, тыуған яҡтарға ҡайтҡас электрослесарь булып хеҙмәт итә.
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс “Шома” сафҡа баҫырға эстән әҙер була, ләкин уға повестка ебәрелмәй. Гел генә тормош ҡайнаған урында йөрөргә күнеккән егет булараҡ, яҡын дуҫы менән икәүләп Оборона министрлығы менән контракт төҙөйҙәр (яҡташыбыҙ “Хасан” әле лә яу ҡырында).
-Әсәйем холҡомдо бик яҡшы белә бит, шуға ла кирегә өгөтләп тә ҡаңғырманы, ауыр һулап: “Бер алдыңа алғас, миңә күнеүҙән башҡа әмәл юҡтыр инде”, - тип көрһөндө, иң мөһиме – әсә фатихаһын бирҙе. Ҡатыным, әлбиттә, оҙағыраҡ тартҡылашты, әммә ул да, егет һүҙе бер була, тигәнгә төшөнөп бөтөп килә инде хәҙер.
“Илһөйәрлек”, “ир-ат бурысы” кеүек яңғырауыҡлы төшөнсәләрҙе әйтергә йор һүҙле “Шома” ла бер аҙ тартына буғай. Ҡулына автомат алырға мәжбүр иткән эске рухи талапты ябай ғына итеп аңлатты: “ Бала саҡтан ҡанға һеңдерелгәндер, илең ҡурҡыныс аҫтында һәм тиңдәштәрең яу ҡырына юллана икән, ситтә ҡалып һис тә булдыра алмаҫ инем”.
Яҡташыбыҙҙы инженер-сапер ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр, Покровск йүнәлешендәге бәрелештәрҙә тәүге хәрби сынығыу ала.
-Мотоуҡсы егеттәр позицияларҙы биләй, ә беҙ алға сығып шул һыҙаттарҙы “мина биге” менән ҡаплайбыҙ. Ҡапҡа япҡан һымаҡ инде, бер кем дә үтә алмаясаҡ. Беҙҙекеләр һөжүмгә йыйыналар икән, үҙебеҙҙең “күстәнәсәтәр”ҙән тәғәйен араларҙы бушатыр кәрәк. Төп өлөштә совет дәүеренән килгән танктарға ҡаршы миналар менән эш иттек, иң ныҡ таралғаны -1960 йылдар башында ҡоралланыуға ҡабул ителгән ТМ-62. ТМ-72, ТМ-83, хатта, боронғо, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем етештерелә башлаған ТМ-35 менән дә яҡындан танышырға насип булды. Әлбиттә, электроника ҡулланылған заман шартлатҡыстары ла етерлек, тик улар тураһында тәфсирләп яҙыу кәрәкмәҫтер, -ти ул.
Ә нисәшәр дана мина ҡуйырға йә алырға тура килде, тигән һорауға, әңгәмәсебеҙ: “Иҫәпләһә командирҙар ғына иҫәп алып бара инде ул. Ә сапер өсөн һәр мина - берҙән-бер, сөнки яңғыҙы ла тормошоңа һуңғы нөктә ҡуйырға һәләтле”, - тип ҡул һелтәне. Яҡынса фаразлау өсөн генә бер һан килтерҙе, Свиридово йүнәлешен ҡаплау өсөн генә лә 3,5 мең мина ҡуйыла ике ай дауамында. Тик “Шома” был алыштарҙа ҡатнаша алмай, был хаҡта яуҙаштары хәбәр иткән. Сөнки, үҙе әйтмешләй, “хәрби тәҡдирҙең үлемесле мәрәкәләүенә” юлыға - мина ҡуйырға китеп барғанда үҙҙәре дошмандың минаһына эләгәләр. 25 мина тейәп йөк автомобилендә оборонаның алғы һыҙығына юлланған булалар ул хәйерһеҙ көндә. “Шартлау тулҡыны менән машинаны күтәрә һуҡты. Танк ҡыйратырға иҫәпләнгән шартлатҡысҡа уйынсыҡтай ғына бит инде. Ярар ҙа асыҡ кузовлы була, шуға ла төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа алып бәрҙе. Ханты-Мансы округынан яҡын дуҫым шундуҡ йән бирмәне әле, йөрге операция үткәргәндә туҡтаны. Һуғышта иң ауыры – иптәштәрҙе юғалтыу, әжәлдәренә шаһит булыу.....”, - ти “Шома”
Ярар ҙа яҡташыбыҙ тиҙ аңына килә, юғиһә тереләй яныр ине. Ерҙә тәгәрәй-тәгәрәй кейемен ялмаған ялҡынды баҫа, һуңынан ғына ни тклем ауыр яраланыуын абайлайрға мөҙҙәт етә – утҡа бешеүҙән тыш үпкә йыртылған, алты ҡабырға һынған, ҡолаҡ ярыһы тишелгән, ә иң ауры –аяҡ сәрпәкләнгән, һөйәк ваҡ киҫәксәләргә онтала. Әле лә атлап йөрөү ауырыраҡ бирелә, бер урында күпмелер баҫып торһа ла, һыҙлана башлай. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, йәнә бер-ике операция үткәрергә кәрәк булыр, тип кенә билдәләне.
Әлбиттә, “Шома” демобилизацияланған, беҙ һөйләшкәндә, санаторийға ебәрергә тейештәр, тип көтә ине. Ғөмүмән, Һуғышта хәүефһеҙ һөнәрҙәр һәм урындар юҡ, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәң дә, башыңа ни яҙған, шуны күрәсәкһең тигән фекерҙә. Үҙен ниндәйҙер герой тип иҫәпләмәй, “Барыбыҙ ҙа тиерлек хәлдән ни килә, шуны эшләнек. Бәлки, хәлдән килгәндән саҡ ҡына ашып та киткәндер ҡайһы саҡ”, - тип йылмая ул. Һәм етди тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы: “Иҫән ҡалһаң, барыһы ла теге йә был рәүештә ялғанып китеп бара ул, егеттәребеҙ генә иҫән ҡайтһындар ине, иң ныҡ теләгенем әле шул”.
...Саперҙар тураһында йәнә бер әйтем бар – “Ҡалғандар өйҙәренә әйләнеп ҡайта алһын өсөн саперҙар гел беренсе барырға тейеш”. “Шома” был бурысын артығы менән үтәп ҡайтты, нисә һалдатыбыҙ иҫән ҡалыуына сәбпсе булғандыр – быныһы Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм!. Үҙенең сәләмәтлеге генә яҡшырһын, һыҙланыуҙары ғына баҫылһын инде. Быға табиптар ҙа ярҙам итер, яҡташыбыҙ үҙе лә көр күңелле, йор һүҙле - был һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтергә хәленән килер, амин.