Яйыҡ
+8 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Сентября , 11:01

Бер миллион һумдан ашыу зыян

Алтын сәнәғәтселәре яуап тота

Бер миллион һумдан ашыу зыянБер миллион һумдан ашыу зыян
Бер миллион һумдан ашыу зыян

Учалы район-ара прокуратураһы ҡаҙылма ер байлыҡтарын файҙаланғанда  тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлешен даими тикшерә. Шул иҫәптән«Ураллит» яуаплылығы сикләнәғән йәмғиәт 2021 -2022 йылдарҙа  Учалы районындағы дәүләт урман фондына  (Илсеғол лесничествоһында) зыян килтереүе асыҡлана.  Лицензияла күрһәтелгән  сиктәрҙе үтеп, ағастарҙы йығалар, башҡаса зыянлайҙар.

Учалы район суды ҡарары менән йәмғиәттең ғәйепле вазифалы кешеһенә 120 мең һум штраф һалына (РФ Енәйәт кодексының 246-сы статьяһы буйынса). Бынан тыш,  беҙҙең прокуратураның урман хужалығына килтерелгән 1 миллион һумдан ашыу компенсация тураһындағы дәғүәһен  Силәбе арбитраж суды ҡәнәғәтләндерҙе.

Нисәмәлер йыл элек прокуратура юллауы буйынса алтын сәнәғәтселәре язаға тарттырылғайны инде, яңы раҫланған хәл-шарттар буйынса – яңы яза.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас