Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2025, 08:37

“Уртаҡ юрған ябынсаҡһығыҙ!”

Учалы районына 95 йыл. "Яйыҡ" колхозы миҫалында бөйөк һәм фажиғәле, ҡатмарлы, ауыр һәм  киләсәккә  яҡты өмөттәр менән һуғарылған тарих биттәре.

“Уртаҡ юрған ябынсаҡһығыҙ!”
“Уртаҡ юрған ябынсаҡһығыҙ!”

Бер  ауыл тарихында  район ғына түгел, бөтә ил үткәне сағылыш таба.  Редакцияға Таңһылыу Йосопова килтергән архив материалдарынан өҙөктәр буйынса  ла  ата-бабаларыбыҙ йәшәгән тормоштоң бөйөк һәм фажиғәле, ҡатмарлы, ауыр һәм  киләсәккә  яҡты өмөттәр менән һуғарылған булыуын төҫмөрләргә мөмкин. (“Был материалдарҙы һаҡлаусыһы, яҙып алыусыһы алмаштыргыһыҙ китапханасыбыҙ Гәбиҙуллина Лилиә апайга рәхмәт әйтергә кәрәк! “ – ти Таңһылыу апай.  Ул үҙе әүҙем йәмәғәтсе,  хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы, почтальон булып эшләгән. Тормош иптәше менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр).

 

Даянов Ниғмәттең  хәтирәләренән:

“1926 йылдың йәйендә студент Сабур Кәлимов Ырымбурҙан ауылға каникулҡа ҡайтҡан ваҡытта, уның инициативаһы менән ауылдың комсомол ячейкаһы төҙөлдө, кәндән-көн үҫә барҙы. Көҙгә тиклем  комсомолдар һаны 15-кә етте. Комсомол булырға ярлы һәм батрак балалары тартылды, урта хәлле “зажиточныйҙар” ашыҡманы, икеләнеберәк ҡалды. Ә бына кулак, мулла балалары ылыҡманы. Өс кешенән ячейка бюроһы һайлана. Ул ваҡытта ауылда партия ойошмаһы  булмағанлыҡтан,  бәтә сәйәси һәм хужалыҡ кампаниялары  комсомолдар ҡатнашлығында барҙы.  Ячейка янында сәйәси уҡыу түңәрәктәре ойошторолдо – 15 көнгә бер тапҡыр  комсомолдар бергә йыйылып аң-белем камилаштыралар. 1927 йылдың ғинуарында ауыл Советтарына һайлауҙар үтте. Иң беренсе ауыл Советы рәйесе итеп Сабир Мәҙийәров һайлана. Советтың пленум ағзаһы итеп комсомоларҙан бер вәкил индерелде.

Был дәүерҙә хөкүмәткә иген әҙерләү бик ауырға төшә. Хәлле хужалыҡтарға һәм кулактарға  иген тапшырыу буйынса заданиелар бирелә ине, улар иһә сәсеү майҙандарын кәметә башлайҙар. Шуның өсөн бөтә кешеләргә лә сәсеү  пландары бирелде. Ҡайһы бер кешеләр  игендәрен баҙарға сығарып һата, бәғзеләре, хатта,  яҙғы сәсеүгә орлоҡ та алып ҡалмай. Бына шуның өсөн көҙөн, иген һуғылғандан һуң, киләһе яҙ сәсеүгә етерлек орлоҡто бер урынға тупларға булдылар.  Яҙын был игенде комсомолдар “триер” ҡоролмаһы менән таҙарта ине.  1929 йыл, Башҡортостан республикаһының  10 йыллығына бағышлап,   сәсеү орлоҡтары тулыһынса таҙартылды, тип комсомолдың волость комитетына рапорт ебәрелә.  Кем күпме сәсере алдан  әйтеп ҡуйыла. Тик бына уңыш йыйылғас йәшереүсе, хатта, шахтаға ташлаусылар ҙа табылды.  Комсомолдар ундайҙарҙы фашланы, күҙәтеү аҫтында тоттолар. Ҡайһы берҙәре язаға ла тарттырылды, кемгәлер “бойкот” иғлан ителде.

Колхозлашыу хәрәктәе 1927 йылдың яҙында башланды. Был осор үҙе бер революцияға әйләнде, сөнки ауылда динле кешеләрҙең күплеге колхоз төҙөүгә ҡамасауланы. Төрлө хөсөт күп таратыла башланы. Мәҫәлән, колхоз төҙөлгәс кешеләр бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөй алмаясаҡ; ҙур юрған тегелә, барыһы ла уның аҫтында күмәкләп йоҡлаясаҡ, ир-ҡатындарҙы һинеке-минеке тип айырыу булмаясаҡ  һәм башҡа. Шуға ла иң ярлы крәҫтиәндәр ҙә ҡаршы торҙо. Йыйылышта кемдер колхозға инергә күнеп ҡайта ла, иртәгеһен йәнә баш тарта:”  Бер атаның балалары бер өйҙә йәшәй алмағанды, ҡырҡ атаның  балалары нисек кенә бергә була алһын!”. Шундай тартҡылаштарға ҡарамаҫтан, 1929 йылдың яҙына 12 йорт хужалығы колхозға берләште, 24 хужалыҡ ТОЗ төҙөнө  (ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәт). Колхозға  – “Яйыҡ”, ширҡәткә – “Аҡман” исемдәре бирелә. Ауылда яңы хужалыҡ системаһы барлыҡҡа килгәс,  баҫыу-сабынлыҡтар яңыса бүлеү өсөн комиссия төҙөлдө. Уның составында: Ғәйфулла Фәйзуллин, Ғәли Шәрипов, Ниғмәт Латипов, Ғәлиулла Ибәтуллин  һәм комсомол ячейкаһы рәйесе  Ниғмәт Даянов. Иң яҡшы майҙандар  (“Мәмәлек”, “Аҡшишмә”, “Суҡташ” һәм башҡа ерлектәрҙә )  - коллектив хужалыҡтарға,  ярлы һәм урта хәллә крәҫтиәндәргә, ә бына  кулактар хөртөрәк урында һәм аҙыраҡ күләмдә алды.

Колхоздың беренсе рәйесе итеп Сабир Сәғитов һайлана, идаралыҡ ағзалары – Хәким Бәхтийәров,  Сабир Мәҙийәров.  Ширҡәт рәйесе – Нури Сафин, идаралыҡ ағзалары – Ниғмәт Даянов, Ғәли Шәрипов,Әхмәтйән Таһиров, Ғәйнулла Ғәйнуллин.

1929 йылдың 7 ноябрендә йыйылыш үтеп, колхоз һәм ширҡәт бергә ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бына шунан һуң бөтә тартыу көсө аттары, һуҡа-тырмалар, транспорт, ауыл хужалығы машиналары ғөмүмләштерелде. 3 баш һауын һыйырҙары булғандар береһен кохозға бирҙе, һарыҡ-кәзә берләштерелмәне. Оҙаҡламай кулактарҙы синыф булараҡ бөтөрөү тураһында иғлан ителде, ошо мәлдән колхозға инеү тураһында күпләп  ғаризалар бирелде, кулактар алынманылар. 1930 йылдың февраль айында мәсет мәктәпкә әйләндерелде. Еңел генә үтмәне. Дөйөм йыйылышҡа бик  күп халыҡ килде. Ныҡ нәфрәтләнеүселәр, комсомолдарға үлтереү менән янауҙар булманы түгел. Әммә баш күтәреүгә тиклем барып етмәне, сөнки алдараҡ үткән  комсомол, ярлылар һәм батрактар йыйылыштарында  Ниғмәт Латипов доклад яһаны. Ул, бер яҡтан, үҙе мулла балаһы, икенсе яҡтан –ауылда иң грамоталы кеше ине.  Оло уҡытыусы Ғәли Шәриповтың  өҫтәмә сығышы ла тәъҫир итте -  йыйылыш мәсетте мәктәпкә әйләндерергә тигән ҡарар сығарҙы,  шундуҡ манараһына ҡыҙыл флаг эленә. Мәсеттең иҙәнендәге кейеҙ-келәмдәре ауылдың намаҙ уҡыған ҡарттарына тапшырылды, иртәгеһенә был бинаға балалар уҡырға килде.

1929 йылдың март айында Сталиндың “Уңыштарҙан баш әйләнеү” тигән мәҡәләһе баҫылды. Был хәбәр таралғас,  байтаҡ ауыл кешеләре яңы ғына төҙөлгән колхоздан сығыу тураһында ғаризалар бирә башланы. Яҙғы сәсеүгә 56 ғына хужалыҡ колхоз иҫәбендә ҡалды.

Ошо уҡ йылда тракторҙар төҙөү өсөн көмөш тәңкәләр йыйыу кампанияһы башланды. Иң башта мин әсәйемдең яғаһын сығарып бирҙем, ҡалғандар ҙа ҡушылды – һәммәһе 120 килограмм йыйылды.  Сабир Мәҙийәров менән Белореттағы дәүләт банкына тапшырҙыҡ.

 Ул ваҡытта колхозда “сдельщина” юҡ ине әле. Ауыр йә еңел эш башҡарыуына ҡарамаҫтан, сыҡҡан һәр кешегә бер эш көнө яҙыла. 2-3 йыл үткәс кенә норма, нормативтар индерелә башланы. Колхоз тормошо 1930 йыл  яйға һалынып китте. Барыһы ла дәртәләнеп, тырышып эшләнеләр. Уңыш мул булды,  хөкүмәткә иген тапшырыу һәм орлоҡ һалыу пландарын арттырып үтәнек. Кохозсыларға һәр эш көнө өсөн 16 килограмм бирелде, күпселек 200-300 бот  ашлыҡ алып шатланды. Дәүләт планын арттырып үтәгәс, бик күп төрлө тауар бирелде, улар эш көндәренә ҡарап ғәҙел бүленде. Колхоз ҡоролошо  айырым хужалыҡтар менән сағыштырғанда  үҙенең өҫтөнлөгөн  беренсе тапҡыр ошолай күрһәтте”.

Сабур Кәлимовтың хәтирәләренән :

“Мин үҙем 1924 йыл Сәрмәндә комсомолға индем. Был дәүерҙә халыҡ граждандар һуғышынан, 1921 йылдың  аслығынан ныҡ йонсоғайны Күпселек халыҡ һыйырһыҙ-атһыҙ ҡалды. Икмәк һәм эш эҙләп төрлө яҡтарға китергә мәжбүр булды. Хәленән килгәндәр яҙын 1-2 гектар иген сәсә лә,  заводтарға, таш сығарырға йә ағас ағыҙырға ялланырға ынтылды.  Олораҡтар үҙҙәре  наҙан ҡалғас, исмаһам, улар еңелерәк йәшәр, тип балаларын, айырыуса малайҙарҙы уҡытырға тырыштылар.

Хәҙерге “Яйыҡ” колхозы биләгән ауылдарҙа  дини йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр хөкөм һөрҙө. Яңы мәктәптәр менән бер рәттән дини мәктәптәр ҙә йәшәне: Илтабанда – 1924, Юлдашта 1927 йылға тиклем. Унда уҡытыу ғәрәп хәрефтәре менән генә алып барылды. Хәллерәк кешеләр, айырым хаҡ түләп, төштән һуң айырым дин дәрестәрен дә уҡыттырҙылар балаларына. Дин айырыуса Юлдашта ныҡ таралған ине, сөнки унда муллалар күп булды. Муллалар һәм ауыл байҙары бөтә яңылыҡҡа аяҡ салдылар. Әммә ситтә совет мәктәптәрендә  белем алғандар йәштәрҙе дини мәктәптәрҙән биҙҙерҙе.

Быға тиклем Ҡунаҡбай, Илтабан, Юлдашта  партия һәм комсомол ойошмалары булмаһа, 1926 йылдың йәйендә Илтабанда комсомол ячейкаһы ойошторолдо.  Унда комсомолдарҙан мин, Ғилаж Минһажев (рабфакта уҡый),  Динмөхәмәт Хәсәнов (Благовещенск  техникумынан), Ғабдуллайән Әминев (Өфөлә уҡый)  беркетелдек.  Беҙгә, каникулдар бөтөп, тағын уҡырға киткәнсе, ауылдағы ярлы йәштәрҙе комсомолға алырға ҡушылды. Беренсе комсомол йыйылышы 14 июнь иҫке мәктәптә үтте. Мине ячейка секретары итеп һайланылар. Комсомолға яңы ағзалар ҡабул ителде: Бәлхи Ғилажев, Ниғәмәт Даянов, Ҡорбан Әхмәтшин, Л.Сәфиуллин. Уларҙан үрнәк алыусылар күбәйҙе, тиҙҙән 13-14 ағза иҫәпләнде ячейкала.

Комсомол ҡатнашлығында ауылда янғын командаһы булдырыла, юл-күперҙәрҙе төҙөкләндереү өсөн өмәләр ойошторола, тәртип һаҡлау өсөн патруль төркөмдәре лә булдырылды. Спектаклдәр ҙә ҡуйҙыҡ. Ролдәрҙе комсомол йыйылышында бүлешәбеҙ, сөнки ҡыҙҙарҙы клубҡа ебәрмәйҙәр, ҡатын-ҡыҙ ролдәрен дә егеттәргә башҡарырға тура килә.

Август айында, беҙ уҡыуға кире киткән саҡта, комсомол ойошмаһы секретары итеп Ниғәмәт Даянов һайланды”.

“Яйыҡ” колхозы тарихынан.

1931 йыл ике “Фордзон” тракторы бирәләр. Уларҙы Ислам Заһиров менән Ғиниәт Фәйзуллиндар алып ҡайта.

1936 йылдың 5 мартында колхозға  мәңгегә түләүһеҙ ер биреү тураһында дәүләт актын тапшырырға “Ударсы” гәзите редакторы Ғилемйән Лоҡманов килә.

1937-1939 йылдарҙа 726 гектар иген сәсеүлектәренең уңдырышлығы гектарҙан  13,6 центнер тәшкил итә. Был ҡаҙаныш өсөн хужалыҡ  ВДНХ-ла ҡатнашып, коляскалы мотоцикл, 5 мең һум менән бүләкләнә.

1941 йылдың 10 август көнөнә 120-нән ашыу колхозсы фронтҡа алынған була. Бөтә эш ҡарттарға, үҫмерҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡала. 1 айлыҡ механизатор курсын тамалап, Х.Моратова, Мәүә Закирова, Минкамал Заһирова,  Ғәлиә Закирова, Фәүзиә Ялалова, Хәтирә Хәбировалар тракторсы булып китһә,  Рабиға Бәҙретдинова, Сабира Йәнгизова, Факиха Сафина, Мәрхәбә Ағзамова, Минһылыу Закировалар комбайн штурвалы артына ултыралар. Барыһы ла фронт өсөн, тип бар колхозсылар иртәнге таңдан ҡараңғы төшкәнсе эшләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар кәбән дә һала, ат менән ер ҙә һөрәләр.

1950 йыл “Яйыҡ” менән “Юшалы” һәм “Ҡыҙыл таң” колхоздары берегә. Ҙурайған колхоз идараһы Илтабанда урынлаша, һуңынан ғына Ҡунаҡбайға күсереләсәк.

Ныҡлап аяҡҡа баҫҡан мәлдәрендә “Яйыҡ” 13 мең гектар ер, шул иҫәптән 6 мең гектар һөрөнтө ер менән файҙалана. 3 меңән ашыу һыйыр малы, көтөү-көтөү һарыҡ һәм йылҡы аҫрала.

 

 

 

 

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас