Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар , 09:09

Барыһы ла – ғаиләнән

Оло кешеләр йәштәр менән булышырға ярата инде ул. Ә бит диҡҡәт менән ҡараһаң, йәш һәм урта быуында аҫыл егет-ҡыҙҙар бихисап!

Барыһы ла – ғаиләнән
Барыһы ла – ғаиләнән

Оло кешеләр йәштәр менән булышырға ярата инде ул. Ә бит диҡҡәт менән ҡараһаң, йәш һәм урта быуында аҫыл егет-ҡыҙҙар бихисап! Тыныс хеҙмәттә лә,  тәҡдиргә яҙылған икән - яу ҡырында ла һынатмайҙар улар. Айырыуса ауыл ерлегендә тыуып-үҫкән йәштәргә йыш һоҡланырға тура килә. Әлбиттә, барыһы ла бала саҡтан, ата-әсә ғаиләһенән башлана.

 Өргөн ауылы егете Данил Нурислам улы Закиров менән Өфө ҡалаһы һылыуы  Регина Флүр ҡыҙы  1995 йыл өйләнешәләр. Хәҙер инде  бына утыҙ йыл бергә, иңгә иң терәп матур донъя көтәләр. Икеһе лә оҙаҡ йылдар Учалы ауылында урынлашҡан “Вторчермет” предприятиеһында эшләнеләр: Данил – крансы булһа, Регина – үлсәүсе, бөгөнгө көндә шул уҡ һөнәрҙәре буйынса ғаилә башлығы –“Техноплекс”та, хәләл ефете – “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәтендә хеҙмәт итәләр. Элек тә, әле лә эштәрен белеп, яуаплы башҡарғандары өсөн етәкселектәре  тарафынан юғары баһаланалар, ипле, ярҙамсыл, күркәм холоҡло булғандары өсөн хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә.

Йәш ғаиләне ҡыуандырып 1996 йыл улдары Денис, 1998 йыл ҡыҙҙары Диана тыуа. Ата-әсә тырышлығында матур тәрбиә алған йәштәр мәктәпте уңышлы тамамлап, үҙҙәренең хыял-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ашыға.

Денис улдары 2014 йыл Көньяҡ-Урал университетына уҡырға инә, әммә ошо йылдың декабрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Үҫмер сағынан спорт менән даими шөғөлләнгән егетте Мәскәү өлкәһендә дислокацияланған Айырым гвардия Севастополь мотоуҡсылар бригадаһына алалар. Компьютер эшен яҡшы белгәс, уны бригада штабының оператив бүлегенә чертежник итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙен тик ыңғай яҡтан танытҡас, бүлек начальнигы ярҙамсыһы вазифаһына үрләтелә, гвардия сержанты дәрәжәһен ала. Өлгөлө хеҙмәте өсөн хәрби часть командованиеһы исеменән ата-әсәһенә Рәхмәт хаттары килеп тора.

Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Яңы Уренгой ҡалаһына юллана, электротехника буйынса яҡшы белгес булараҡ, Сервис үҙәгенә урынлаша. Денистың ошо һыҙаты һоҡландырмауы мөмкин түгел – туҡтауһыҙ оҫталығын һәм белемен камиллаштыра, ниндәй генә ҡатмарлы ремонт башҡарырға  сертификаттар алмаған ул! Үҙаллы ла, интернет аша ла яңыға өйрәнә, фатир балконында оҫтахана булдырған. Уҡыу йорттарын да, әлбиттә, инҡар итмәй. Ситтән тороп, эш араһында Екатеринбургта “Автоматика” йүнәлеше буйынса урта махсус белем ала. Әлеге мәл Томск радиоэлектроника университетында дистанцион рәүештә “Информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы” буйынса әҙерлек үтә. Бындай зирәк һәм маҡсатлы егетте, әлбиттә, күрмәй ҡалмайҙар. Хәҙер инде ике йыл “Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар” дәүләт предприятиеһында эшләй. Башта инженер итеп алынһа, үҙен яҡшы ойоштороусы, грамоталы белгес итеп күрһәткәс,  авария-профилактика төркөмө етәксеһе итеп үрләтелә. Ҡатыны Регина менән Ева исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

  Оло Закировтарҙың ҡыҙҙары Диана бәләкәй сағынан уҡ, үҫкәс фельдшер буласаҡмын, ауырыған кешеләргә ярҙам итәсәкмен, тип хыяллана һәм, Аллаһҡа шөкөр, үҙ маҡсатына ирешә. Урал дәүләт университетының Златоуст филиалында тейешле белем алып, бына хәҙер инде дүртенсе йыл Учалы ҡалаһында “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып хеҙмәт итә.

Көн-төн тип тормай, кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарыу өсөн көрәшә. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән Диана Данил ҡыҙы Ғарипова (Закирова) инсульт, инфаркт менән кинәт сирләп киткән, юл-транспорт һәләкәттәренә, башҡа бәләләргә тарыған күп кешеләргә ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеп,  әжәлдән ҡотҡарып ҡала алды. Изге йәнле, хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй яулап өлгөргөн йәш фельдшерға рәхмәтлеләр бихисап. Тормош иптәше  Марсель Ғарипов (ул Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып уңышлы эшләй) бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Эргә-тирәбеҙҙә ошондай маҡсатлы, ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр йәшәүе күңелгә кинәнес бирә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип өмөт уята. Халыҡ араһында үҙҙәренең ябайлығы, эшһөйәрлеге, мәрхәмәтлеге менән абруй ҡаҙанған Закировтар һәм Ғариповтар ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, изге эштәрендә яңынан-яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Рамай Ҡаһир, Өргөн ауылы.

 

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас