Яйыҡ
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2024, 16:03

Ришүәт суммаһы күпме

Башҡортостан Эске эштәр министры Александр Прядко белдереүенсә, республикала ришүәттең уртаса күләме 120,6 мең һум тәшкил итә.

"Йыш ҡына ришүәтселек мәғариф, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кеүек социаль өлкәләрҙә асыҡлана. Был “көнкүреш ришүәтселек" менән граждандар башлыса көндәлек тормошта осраша", — тип билдәләне министр.

Мәҫәлән, ҡайһы бер белем биреү учреждениелары етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙән бюджеттан дәүләт ярҙамы рәүешендә иҫәпләнгән дәртләндереү түләүҙәренең бер өлөшөн уларға бүләк итеп тапшырыуҙы талап итә. Хеҙмәткәрҙәр иһә, начальниктарға буйһонған һәм бойондороҡло хәлдә булғанлыҡтан, был шарттарға ризалаша, ай һайын ҡулаҡса тапшыра йәки банк картаһына аҡса күсерә.

"Бөтәһе 52 ошондай факт асыҡланды, белем биреү учреждениеларының 10 етәксеһенә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Шул уҡ ваҡытта алынған ришүәттәрҙең дөйөм суммаһы ҡайһы берҙә 3 миллион һумдан ашып киткән, — тип хәбәр итте чиновник. - Ришүәтселек енәйәттәренең тағы өстән бер өлөшө мутлашыу формаһында башҡарыла, вазифалы кешеләр, вазифаһын файҙаланып, ышанысты боҙоп, законһыҙ эштәр ҡыла. Бындай енәйәттәр төҙөлөш тармағына, бюджет өлкәһенә һәм эшҡыуарлыҡҡа хас. Бөтәһе 275 факт асыҡланған.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
"Йәшлек" гәзите
Ришүәт суммаһы күпме
Ришүәт суммаһы күпме
Автор:Алия Даутова
Читайте нас: