“Ирәмәл” тәбиғәт паркы буйынса рейд саралары башҡарғанда был айырымланған структур подразделениеның (ОСП) начальнигы Мирдар Дияров ике енәйәт эҙҙәрен тап итә: законһыҙ ҡарағай киҫеү һәм ҡыр ҡабаны атып алыу. Тәбиғәткә айырыуса ҙур күләмдәге зыян, тип баһалана. Тотолһалар, бик тә ҡаты яуап тоторға тура киләсәк, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тураһында һүҙ бара бит.
Аяныслы ваҡиға урынына эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, һунар инспекторҙары саҡырылған, тәфтиш саралары башҡарыла. Был енәйәт менән Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге шөғөлләнә.