Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
7 Февраль 2025, 13:05

Оло юғалтыуҙар килмәһен!

2024 йыл Учалы районында  паспорт юҡалтыу тураһында 165  ғариза бирелгән, быйыл ғинуар айында – 7 осраҡ.  Ә бәлки паспорт юғалмағандыр, бәлки уны яуыз ниәттә урлағандарҙыр? Йә үҙегеҙ асыуғауыҙлыҡ менән юғалтып та,  урамда берәй енәйәтсел бәндә табып алғандыр? Бындай осраҡта һеҙ ишетеп тә белмәгән кредит түләү талаптары килә башлаһа, һис тә аптырайһы түгел!

Оло юғалтыуҙар килмәһен!
Оло юғалтыуҙар килмәһен!

Миграция һорауҙары буйынса бүлексә начальнигы  Динара Фәсхетдинова  күптәребеҙ өсөн әһәмиәтле булырлыҡ бер   һорауға  туҡталды. Бер кем дә паспортын юғалтыуҙан   ҡурсаланмаған. 2024 йыл Учалы районында был турала 165 ғариза бирелгән, быйыл ғинуар айында – 7 осраҡ.  Ә бәлки паспорт юғалмағандыр, бәлки уны яуыз ниәттә урлағандарҙыр? Йә үҙегеҙ асыуғауыҙлыҡ менән юғалтып та,  урамда берәй енәйәтсел бәндә табып алғандыр? Бындай осраҡта һеҙ ишетеп тә белмәгән кредит түләү талаптары килә башлаһа, һис тә аптырайһы түгел!

-Ундай хәлдәр ҙә булыуы бик ихтимал, -ти иптәш майор.-  Шуға ла паспорт юғалыу менән беҙгә  кисектермәй мәрәжәғәт итер кәрәк. Юғиһә, бәғзе кешеләр ҡасан граждандың төп документынан тороп ҡалыуҙарын үҙҙәре лә белмәй,  “...кисәге генә бар ине!”, -тип аҙыраҡ ваҡытты күрһәтергә ынтылалар. Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ: 2-3 ай элек  һеҙҙең паспорт  менән сит кеше  кредит алған, ти, был хаҡта әлегә белмәйһегеҙ,  ә һеҙ үткән аҙнала ғына юғалды, тип ғариза яҙаһығыҙ – был осраҡта  бурысҡа ҡағылышығыҙ юҡ икәнен иҫбатлауы бик ҡатмарлыға әйләнәсәк.

 Әйткәндәй, паспорт юғалғандан һуң 1-2 ай үткәс кенә мөрәжәғәт итһә, гражданға 2-3 мең һум штраф һалына ( РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.15-се статьяһы -  Рәсәй гражданының шәхесте раҫлаусы документһыҙ (паспортһыҙ) йәшәүе.  Ә бына шундуҡ мөрәжәғәт итһә -  штраф 300 һумға ғына тиклем, иҫкәртеү менән дә ҡотолоуы мөмкин (19.16-сы статья -  шәхесте раҫлаған документты  аңлы рәүештә юҡҡа сығарыу йә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында юғалтыу).

 Тик бына иҫкәртеү менән генә ҡотолған осраҡта ла, граждан  административ яуаплылыҡҡа тарттырылды тигән мәғлүмәт махсус базаларға индереләсәк.  Шуға ла Динара Фәнил ҡыҙы барыһын да өндәй:

-Төп документығыҙ менән бик һаҡ тотоноғоҙ! Тәбиғәткә сыҡҡанда, ял иткән йә хәмер ҡулланған урындарға барғанда уяулыҡты икеләтә-өсләтә арттырыу зарур!  Бынан тыш, сабыйҙар ала алмаҫлыҡ ерҙә һаҡланырға тейеш – шаярып бер-аҙ һыҙғыслаһа ла, ғәмәлдән сыға бит!

 

Миграция һорауҙары буйынса бүлексәнең  адресы: Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 14-се йорт, белешмәләр өсөн телефон – 8(347) 912-09-93

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас