Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
21 Март 2025, 13:25

Йәштәрҙе ямандан аралайыҡ

Балалар һәм үҫмерҙәр интернет селтәрендә ныҡлап үрсегән, тамыр йәйгән мутлашыусылар өсөн бик йәтеш һәм ҡулай ҡорбан һанала. Сөнки балалар ышанып барыусан, күңелдәре әлегә керләнмәгән, таҙа, хатта үҙҙәрен заманаға яраҡлашҡан тип иҫәпләгән шуҡ үҫмерҙәрҙең дә был аяуһыҙ тормошта әлегә тәжрибәһе бик аҙ. Өҫтәүенә, балаларҙы бит барыбыҙ ҙа өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк, тип өйрәтәбеҙ...

Йәштәрҙе ямандан аралайыҡ
Йәштәрҙе ямандан аралайыҡ

Балалар һәм үҫмерҙәр интернет селтәрендә ныҡлап үрсегән, тамыр йәйгән мутлашыусылар өсөн бик йәтеш һәм ҡулай ҡорбан һанала. Сөнки балалар ышанып барыусан, күңелдәре әлегә керләнмәгән, таҙа, хатта үҙҙәрен заманаға яраҡлашҡан тип иҫәпләгән шуҡ үҫмерҙәрҙең дә был аяуһыҙ тормошта әлегә тәжрибәһе бик аҙ. Өҫтәүенә, балаларҙы бит барыбыҙ ҙа өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк, тип өйрәтәбеҙ...

Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ысын һәм виртуаль арауыҡтағы бәләләрҙән нисек араларға? Йәш быуынға кемгә мөрәжәғәт итергә? Полиция, тәфтиш комитеты, ФСБ, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре хәүефһеҙлек, хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү, буллинг, терроризм, экстремизм, мутлашыуҙар һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында тәфсирләп аңлаттылар ҙа инде ҡала филармонияһында өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн уҙғарылған хоҡуҡи дәрестә.

Уголовный розыск оперуполномоченныйы, полиция капитаны Алибек Нурмашев мутлашыусылар һәм уларҙың ҡорбандары хаҡында ентекләп бәйән итте. Дроп - мутлашыуҙа үҙ белдеге менән йәки белмәйенсә ҡатнашыусы кеше. Икенсе төрлө әйткәндә, ул - енәйәтсе ҡулындағы ҡорал. Мутлашыусылар ҡорбандарын төрлө ысулдар ярҙамында йәлеп итә. Мәҫәлән, уңайлы шарттарҙа ҙур эш хаҡы түләргә вәғәҙәләп, эш урындары тәҡдим итәләр. Өйҙә генә ултырып эшәү мөмкинлеге, уңайлы график менән алдаштыралар. Интернет селтәрендә мутлашыусылар, хатта, рәсми вакансиялар ярҙамында ла ылыҡтыра - менеджер, ярҙамсы, һаҡсы һ.б. булып эшләргә саҡыралар. Бындай эшкә урынлашыу өсөн белем дә, эш тәжрибәһе лә талап ителмәй, йәнәһе. Ғәҙәттә, полиция капитаны аңлатыуынса, бындай схемалар "Ватсапта", "Телеграмда" киң йәйелдерелгән икән.

Енәйәтсел мөхиттә дроптарҙы ике төркөмгә бүләләр - алдап була торғанына һәм алдап булмай торғанына. Алдап була торған дроп - шәхси мәғлүмәттәрен (паспорт) мутлашыусыларға биргән кеше.

Мутлашыусылар ябай кешеләрҙе - дроптарҙы нисек файҙалана һуң? Иң таралған ысул - бер кешенән алдап алған аҡсаны дроптың банк картаһына күсерәләр. Дроп иһә уны мутлашыусы әйткән икенсе иҫәпкә күсерергә бурыслы. Бының өсөн уға бер ни тиклем сумма аҡса ла һөйөнсөләйҙәр хатта. Енәйәтте тикшерә башлағас, полиция хеҙмәткәрҙәре дроптарҙы таба, ә енәйәтселәр ғәҙәттә күләгәлә ҡала, уларҙы асыҡлау күпселек осраҡта мөмкин дә түгел. Бындай алдаҡ ауына башлыса эшһеҙ кешеләр, студенттар, уҡыусылар эләгеүсән.

Тағы ла киң таралған бер ысул - һеҙҙең банк картаһына кемдер аҡса күсерә һәм телефонығыҙға яңылыш күсерҙем, миңә аҡсамды кире ҡайтарығыҙ инде, тип алдаша. Йәғни граждан үҙе лә белмәйенсә енәйтәсенең тоҙағына эләгә.

Закон мутлашыу менән ҡаты көрәшә - 1 млн тиклем штраф йәки 7 йылға тиклем граждан иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Шуға күрә алданып ҡалмаҫ өсөн шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе сит-яттарға күрһәтмәгеҙ. Һеҙҙең иҫәпкә уйламағанда аҡса күсте икән, банкка барығыҙ, улар ярҙамында эш итегеҙ. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙ өсөн борсолһағыҙ, уларҙы яңыртығыҙ. Ярҙам һорап хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ.

Район-ара прокурор ярҙамсыһы Айрат Асҡаров хоҡуҡи дәрес барышында йәштәрҙең иғтибарын буллинг мәсьәләһенә йүнәлтте. Бөгөнгө көндә киң таралған был афәт бер кешенән көлөүҙе, мәсхәрәләүҙе, хатта туҡмауҙы ғәҙәт итеп алыуҙы күҙ уңында тота. Яза үтә ҡаты, тип билдәләне Айрат Айҙар улы, "Хулиганлыҡ" статьяһы буйынса 300-500 мең һум штраф, 5 йылға тиклем мәжбүри эштәр йәки 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр ҙә һеҙҙән көләләр икән, кисекмәҫтән был хаҡта атай-әсәйегеҙгә, уҡытыусығыҙға, психологҡа йәки полицияға хәбәр итегеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән осраҡта - барыһы ла аноним рәүештә буласаҡ.

Ошо уҡ мәсьәләгә дин әһелдәре лә туҡталды. Учалы ҡалаһындағы Изге Пантелеймон ғибәҙәтханаһынан отец Александр кемделер мәсхәрәләйҙәр икән, ситтән генә күҙәтеп, миңә ҡағылмай, тимәгеҙ. Битарафлыҡ - ҙур гонаһ, тип билдәләне. Икенсе ваҡыт һеҙҙән көлһәләр, һеҙгә лә ярҙамға килмәүҙәре ихтимал, тип иҫкәртте.

Зәйнулла ишан Рәсүлев исемендәге мәсеттән Флүр хәҙрәт Ғимаев әхлаҡ һәм әҙәп мәсьәләләренә туҡталды. Йәштәргә күңелдәрендә иман нурын һаҡлап йәшәргә, яҡшы ғәҙәттәрҙе үҫтерергә, ямандарын ауыҙлыҡларға саҡырҙы.

Тәфтиш бүлегенең юстиция лейтенанты Айгөл Ямғурчина 2024 йылда бәлиғ булмағандар ҡылған енәйәттәргә туҡталды. Улар башлыса интернет киңлектәрендә башҡарыла. Шулай ҙа реаль тормошта ла енәйәттәр юҡ түгел. Шулай, уҙған йылда үҫмерҙәр ҡылған ике ауыр енәйәт эше тикшерелгән. Йәштәр иҫерек йәки психотроп матдәләр ҡулланып башҡарған енәйәттәр ҙә теркәлә. Тикшереү һәм суд барышында үҫмерҙәр ваҡытлыса изоляторҙарҙа тотола, тикшереүҙәр йылдар дауамында барырға мөмкин, тип иҫкәртте Айгөл Илшат ҡыҙы.

Хоҡуҡи дәрес бик фәһемле килеп сыҡты. Яҡшыны ямандан айырырға кәрәклеген йәштәр күңелдәренә һалып ҡуйғандыр, тип ышанғы килә. Тормош - үтә ҡатмарлы нәмә. Балаларыбыҙ уны лайыҡлы үтһен, тип теләйек һәм ғәзиздәребеҙҙе ярҙамыбыҙҙан ташламайыҡ.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас