Яйыҡ
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
17 Февраль , 08:58

Башҡортостан тарихында – тәүге!

I, II, III дәрәжәләрҙә  “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалдары кавалеры, “Суд приставтарының федераль хеҙмәте ветераны”, 2025 йыл “РФ атҡаҙанған суд приставы” исеменә лайыҡ Вилә Вәлит ҡыҙы Заһирова юбилейын билдәләй бөгөн.

Башҡортостан тарихында – тәүге!
Башҡортостан тарихында – тәүге!

“Алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәр юҡ!”- тигән әйтем киң таралған. Эйе, шулай. Тик бына  ифрат тәжрибәле, кешелекле,  намыҫсан һәм теремек Вилә Вәлит ҡыҙы Заһироваға лайыҡлы алмаш табыу бик ҡатмарлыға төшәсәк.

Вазифаһы – Федераль суд приставтары хеҙмәте БР идаралығы Учалы бүлегенең төп суд приставы (ведущий). Майор чинында. I, II, III дәрәжәләрҙә  “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалдары кавалеры, “Суд приставтарының федераль хеҙмәте ветераны”, 2025 йыл “РФ атҡаҙанған суд приставы” исеменә лайыҡ булды. Бик юғары һәм һирәк кешегә бирелгән  дәрәжә был, Башҡортостан тарихында да әлегә берҙән-бер!

Дүрт тиҫтә йыл көс һәм ваҡытты йәлләмәй башҡарған эшкә лайыҡлы нөктә була был, хатта, өндәү билдәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәҡәт “нөктә” тип яҙырға мәжбүрбеҙ – ошо көндәрҙә Вилә Вәлит ҡыҙы отставкаға сыға. Көс-дәрте артабан да хеҙмәт итергә ирек бирер ине әле, әммә закон ошондай сик ҡуйған, 60 йәшкә тиклем.

Хеҙмәт һәм тормош юлын барлайыҡ. 1966 йылдың 17 февралендә Мәҫкәү ауылында донъяға килгән. Күп балалы ябай ғаиләлә 5-се бала булып. Был быуын билдәле инде – бик иртә эшкә егелә, йәмәғәт эше менән дә ихлас шөғөлләнә. 1983 йыл Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Учалы тау техникумына бухгалтерға уҡырға инә,  бер рәттән Учалы судына курьер булып эшкә инә. Һуңынан теремек, үткер һәм зирәк ҡыҙҙы “суд ҡарарын башҡартыусы” вазифаһына үрләтәләр. Вилә ханым тәүге дәүерҙә дәртәлндергән, ышаныс күрһәткән, һәр яҡлап ярҙам иткән хеҙмәттәштәренә һәм етәкселәренә әле лә рәхмәтле. Айырыуса суд рәйесе Аймара Әхмәтйән ҡыҙы Шакироваға . Һуңынан, эштән айырылмай ғына Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетында юғары белем ала. Хоҡуҡ даирәһендә көнө-төнө эшләгәс, уҡыу унда бик еңел генә бирелә.  Ә эш еңел түгел инде. “Нормаланмаған”, йәғни ҡасан бушау билдәле түгел,  өйгә лә алып ҡайтырға тура килгеләй.  Хәйер, тик эшкә генә төбәлгән кеше түгел ул. Ирәмәлгә 5-6 тапҡыр күтәрелгән, балыҡ тоторға, урманда йөрөргә, еләк-емеш йыйырға ярата.  Баҡсасылыҡ менән ихлас булыша. Тормош иптәше менән ике ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙылар, 5 ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.

 Ҡайһы бер эш нескәлектәре тураһында һорамай булдыра алманыҡ. Алимент эштәре өсөн яуаплы ул. Былтыр, мәҫәлән, төрлө процессуаль стадияларҙа меңгә яҡын эш менән шөғөлләндем, тип самалай. Бер яҡтан, һуңғы дәүерҙә айырылышыуҙар ҙа арта барғас, алимент эштәре лә күбәйә. Шул уҡ ваҡытта, 90-сы йылдарҙа, эш хаҡтары айҙар-айҙар буйынса түләнмәгәндә, татыу йәшәгән парҙар ҙа үҙ-ара килешеп, ҡатын ирҙе алиментҡа бирә торғайны, сөнки был аҡса тәү сиратта күсерелә барҙы. Һәр замананың үҙ заңы инде. Бына, әйтәйек, МХО – айырым тарих инде. Башта унда киткән яугирҙәрҙән алимент түләтеү бөтөнләй кисектереп торолғайны, әммә һуңынан был тәртип үҙгәртелде – билдәләнгән бер сумманан Оборона министрлығы аша килә. Ата-әсәһе үҙ-ара килешә алмауҙа балаҡайҙарҙың ғәйебе юҡ бит. Билдәләнгән сумманан тотола, ҡәҙимге нисбәттә түгел (ҡалған осраҡтарҙа бер балаға бар килемдең дүрттән бере, икегә – өстән бере, өс һәм унан күпкә – килемдең яртыһы).

  Алимент түләүсенең уртаса портреты. 40 йәшкә тиклем ир  (ҡатындар – 15 процент самаһы), ауыл ерендә йәшәй, сөнки ауылда эш табыуы ҡатмарлыраҡ. Әммә бер генә ҡалыпҡа һалыуы ҡыйын. Сөнки йыш ҡына  ир менән ҡатын бергә лә йәшәйҙәр, айырым да тороп алалар, килешеп китәләр икән – алименттан баш тартыу тураһында яҙалар, талашып китһәләр – йәнә киләләр.... Бындай “Санта-Барбара”ларҙың осона сығыуы анһат түгел ҡайһы саҡ. Әммә закон буйынса бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайҙар.

Бөтөнләй сәйер осраҡтар ҙа булғылай. Әйтәйек, ир бер баланы алып ҡала, ҡатын – икәүҙе,  ир ҡатындан алимент түләттереү тураһында ғариза яҙа, ҡатын – юҡ. Һөҙөмтәлә нәҡ ике бала ҡараған ҡатындан алимент түләтергә тура килә...

Гәзит мәҡәләһе аша ғына бөтә нескәлектәрҙе аңлатып булмай.  Шуға ла һорау бар икән, шәхсән рәүештә килер кәрәк: “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы аша яҙылап, үҙегеҙгә күрһәтелгән ваҡытта. Яҙылмай ҙа килергә мөмкин, әммә был осраҡта аҙнаһына ике генә кән һәм “тере сират”та торор кәрәк буласаҡ: шишәмбе 9.00-13.00 сәғәттәрҙә, кесаҙна -13.00-18.00 сәғәттәрҙә.  Адрес – Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы,7.

 “Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит”, - тиелә.  Хөрмәт менән хаҡлы ялға оҙатылған Вилә Вәлит ҡыҙы, тәбиғи, бар ғүмерен бағышлаған эш тураһында борсола.  Әңгәмә барышында мотлаҡ шуны яҙырға үтенде – суд приставтары хеҙмәтендә вакансилар бар. 40 йәшкә тиклем граждандар  талап ителә. Юғары иҡтисади йә юридик белем менән. Урта махсус белем булғандарға ла урынлашыу мөмкин, ти.  

Юбиләрҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, хәйерле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Әйткәндәй, “....яҙмышты үҙеңә билдәләргә хоҡуҡ бирелһә, бары пристав булып хеҙмәт итер инем”, - тигәне генә лә, кеше тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеүгә бик тә сағыу дәлил. Һәм Вилә Вәлит ҡыҙы хеҙмәтен күрә белгән, юғары баһалауға булышлыҡ иткәне өсөн БР буйынса баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмәүтовҡа рәхмәт белдерҙе.

 

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас