28 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Дәрүиш рухы+" концерты үтте, сарала Дәрүиш йырҙарын һөйөүселәре өсөн ҙур ваҡиға булды. Унда башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусылар юғары наградалар менән билдәләнде. "Дәрүишхан" төркөмө солисы, ижады менән күптән барыһының да йөрәген яулаған башҡорт рок-музыкаһы легендаһы, яҡташыбыҙ Дим Мәннәнгә үҙе үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде! Дөрөҫөн әйткәндә, Дим Мәннән күптән халыҡ артисы ине, әммә хәҙер был статус Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә: “Шуныһы мөһим: фестивалдә тәжрибәле туҡһанынсылар менән бергә йәш музыканттар ҙа сығыш яһай. Тап ошондай саралар уларға көс бирә, ҡанат ҡуя ла инде. Тимәк, рок башҡорт сәхнәһендә киләсәктә лә яңғыраясаҡ әле".