Яҡташыбыҙ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов класташы Рәмзискә, ҡустыһы Илсафҡа һәм яуҙа һәләк булған, ғәзиз балаларын, улдарын юғалтҡан барлыҡ әсәләргә бағышлап йыр яҙған.
-"һаумы әле улым! Һиңә бер үтенесем бар. Рәмзис һәм миңә арнап йыр яҙа алмаҫһыңмы?" - тип СВО ла башын һалған Рәмзис улының әсәһе, Рәмилә әбей, күҙ йәштәре аша мөрәжәғәт итте. Рәмзис класташым менән бала, үҫмер саҡтар бергә үтте.
Йыр яҙылып бөтөүгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмилә әбей кисергән ауыр ҡайғыларынан үҙе лә яҡты донъялар менән хушлашты. Бик йәл…
Был йырым Рәмилә әбейгә һәм улы, классташым Рәмзискә, ҡустым Илсафҡа арнала.
Һәм яуҙа һәләк булған, ғәзиз балаларын, улдарын юғалтҡан барлыҡ әсәләргә бағышлана.