Заман менән бергә
Февраль урталарында Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты Учалы ҡалаһы һәм районы имамдарының белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжының уҡытысыларын саҡырып, уҡыуҙар ойошторолдо. Беҙҙең имамдар мәҙрәсә мөғәллимдәре Ярмуҡ, Сәлих, Фәнил, Данис, Илһам (яҡташыбыҙ) хәҙрәттәрҙең лекцияларынан бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Рамаҙан айы, никах, сауҙа эштәре, Мәхәммәт (с.ғ.с) сираһы, тәфсир ғәләмәттәре һәм башҡа темалар буйынса алған мәғлүмәттәр беҙгә үтә лә файҙалы булды.
Аңлашылмаған осраҡтарҙа һорауҙарыбыҙға яуаптар алыу мөмкинлеге табылды. Әлбиттә, дин ул бик киң, серле, шул уҡ ваҡытта ғилемлеләр өсөн бөтә өлкәләрендә лә асыҡ аңлатмалы рухи донъя. Беҙгә белемебеҙҙе үҫтереү өсөн ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Юҡҡамы ни, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) “Кеше сәңгелдәктә ятҡандан алып баҡыйлыҡҡа күскәнгә ҡәҙәр белем алырға тейеш”, - тип әйтмәгән!
Учалы мөхтәсибәте ойошторолғандан алып районыбыҙҙа мәсеттәр һаны арта бара. Бөгөнгө көндә 40-тан ашыу мәхәллә иҫәпләнә. Мөхтәсибәт менән үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән Дим Марат улы Закиров етәкселек итә. Уның ойоштороуы, тырышлығы менән имамдар ай һайын йәки ике айға бер йыйылып динебеҙгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереп хәл итәләр. Ә төрлө проблемалар быуа быуырлыҡ күп. Байтағы йола атҡарыу ғәмәленә ҡайтып ҡала. Исем туйы, никах, йыназа, Мәүлит, Ҡәҙер кистәре кеүек донъяуи-дини йолалар, беҙҙең төбәккә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында бер-нисә тапҡыр йыйылып фекер алышыуға мохтажбыҙ. Юғиһә, теге йә был йоланы атҡарғанда дөйөм талаптар, бер төрлөлөк онтолоп китеүе мөмкин. “Үҙ биләмәмдә үҙем хужа, ҡалай дөрөҫ тип һанайым, шулай эшләйем”, - кеүегерәк тотонған коллегаларым юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта, беҙ Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) бер дәүерҙә йәшәгән замандаштары түгел икәнлегебеҙҙе инҡар итеп булмай. Йәшәү рәүеше, мәҙәни һәм белем кимәлебеҙ менән, үҙ-ара мөнәсбәттәребеҙ буйынса быуаттар төпкөлөндәге дин ҡәрҙәштәребеҙҙән ҡырҡа айырылабыҙ. Шуға күрә дини фанатизмға бирелмәй, кешеләрҙе диндән өркөтмәй, үҙебеҙҙәге ғәмәлдәге әхлаҡи ҡанундарыбыҙға таянып, үрҙә әйтеләгән йолаларҙы матур итеп үткәрергә бурыслыбыҙ.
Йәнә, үрҙә әйтелгән дини уҡыуҙарға ҡайтып, шуны билдәләге килә. Таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы алдынан ислам колледжы шәкерттәре белемгә саҡырыусы өндәмәләр менән сығыш яһанылар, Ҡөрьәндән аяттар уҡынылар. Композицияла Аҡмулланың, Риза Фәхретдиндең, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны. Шәхсән үҙемде әсир итте был егеттәр, хатта, улар менән бергә мәҙрәсәлә уҡыйһы килеп китте! Был йәш балаларҙы Учалы һынлы алыҫ төбәккә килтереүе менән мөфтөйөбөҙ Айнур хәҙрәт Бирғәлин уҡытыу процесына ҡыҙыҡлы яңылыҡ индерҙе. Ныҡлы традицияға әйләнеп китһен ине.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың юғары әхлаҡи сифаттарға, дини һәм доъяуи белемгә эйә булыуын теләһәгеҙ, уҡытыу буйынса ныҡлы базаһы булған, унға яҡын спорт төрҙәрен үҫтергән, тәрән белемле уҡытыусыларҙы туплаған М.Солтанова исемендәге ислам колледжына ебәрегеҙ, һис тә отолмаҫһығыҙ!
Имам-хатиб Салауат Рәсүлев, Өргөн ауылы.
Белем кәрәк, белем!
Салауат хәҙәрәт бәйән иткән 36 сәғәтлек программаның исеме – “ Рәсәй мосолмандарында дөйөм Рәсәй граждан берҙәйлеге формалаштырғанда дин ойошмаларының роле”.
Был теманың актуаллеге көн кеүек асыҡ, бөгөнгө ҡатмарлы мәлдә Рәсәй халҡы – мосолмандар ҙа, христиандар ҙа, әлегә иман нуры йоҡмаған башҡа ватандаштарыбыҙ ҙа берҙәм һәм татыу булыуы айырыуса мөһим. Табын артында барыһы ла татыу, ысын дуҫ бәлә килгәндә таныла һәм һынала!
Ә хаҡ мосолмандар үҙҙәре йәшәгән дәүләттең закондарын үтәргә бурыслы икәнлеге саҡ ҡына булһа ла дин тәғлимәттәрен белгән кешеләрҙә шик уятмай. “Әл-Бәҡара” сүрәһендә аныҡ әйтелгән бит – “...һүҙ ҡуйышҡанда һүҙҙә тороу – диндарлыҡ билдәһе”, “Әл-Маидә” сүрәһендә лә ошо юҫыҡта өгөт бар – “Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Килешеүҙәрҙе үтәгеҙ!” Ә дәүләт закондары, илдә ҡабул ителгән тәртип – фәҡәт йәмәғәт килешеүе, тап ошо килешеү төрлө милләт, дин, социаль ҡатлам граждандарына бер-бере менән һыйышып ҡына түгел, хеҙмәттәшлек итеп йәшәргә ирек бирә. Бик борондан ата-бабаларыбыҙ ошо “алтын ҡағиҙәне” яҡшы белгән һәм күҙәткән – “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”.
Был уҡыуҙар ҡалалағы “Нур” мәсетендә үтте. Биш көн дауамында ваҡытлыса шәкерткә әйләнгән имамдарҙы ҡәҙерләп ҡабул иткәндәре, уҡыу һәм намаҙҙар араһында төшкө аштар хәстәрләгән өсөн был ғибәҙәтхананың имам-хатибы Данил хәҙрәт Сиражетдиновҡа һәм бөтә мәхәлләгә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Танытмалар тапшырыу сараһында БР Диниә назараты рәйесе, яҡташыбыҙ Айнур хәҙрәт Бирғәлин бик тә төплө сығыш яһаны. Аңлауыбыҙса, төп мәғәнәһе шунан ғибәрәт: диндең асылына тоғро ҡалыу һис тә тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш шарт, шул уҡ ваҡытта урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙән йә наҙан кешеләрҙең уйҙырмаларынан айыра белер кәрәк, юғиһә, мәҫәлән, ҡайһы-бер төбәктәрҙә мәрхүмдең кәүҙәһен өйөнән тәҙрә аша сығарттыралар икән! Ҡәҙимгесә эш иткәндә лә, ишеккә ҡарай аяҡ йә баш менән сығарыу – бының буйынса диндә бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, ти. “Саманан тыш ҡаты талаптар ҡуйып, халыҡты диндән өркөтмәгеҙ” – тип тура өндәне Диниә назараты башлығы һәм бындай кәмселектәргә ҡаршы тороуҙың берҙән-бер юлы – белем алыу һәм камиллаштырыу, заман менән бергә атлау икәнлеген һыҙыҡ өҫтәнә алды.
Илфат ЯНБАЕВ