Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
15 Апрель 2025, 16:35

Йәш тикшеренеүселәр конференцияһы үтте

Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә "Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып" тип аталған туғыҙынсы төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә "Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып" тип аталған туғыҙынсы төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.  Был сара Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында йыл һайын үткәрелә. Конференцияла Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан, Сибай, Межгорье, Учалы һәм Мейәс ҡалаларынан мәктәп һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары 26 секцияла проекттарҙы яҡланы. Өс йөҙгә яҡын сығышты уҡытыусыларҙан, тау сәнәғәте колледжы, Белорет медицина колледжы педагогтарынан, мәғариф бүлеге методистарынан, тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәренән торған жюри баһаланы. Ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡыҙыҡлы, көнүҙәк һәм бай булды.

Йәш тикшеренеүселәр конференцияһы үтте
Йәш тикшеренеүселәр конференцияһы үтте

Учалы ҡалаһының 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбендә "Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып" тип аталған туғыҙынсы төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Конференцияның маҡсаты - уҡыусыларҙың тикшеренеү эшмәкәрлеге системаһын үҫтереү. Был сара Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында йыл һайын үткәрелә. Конференцияла Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан, Сибай, Межгорье, Учалы һәм Мейәс ҡалаларынан мәктәп һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары 26 секцияла проекттарҙы яҡланы. Өс йөҙгә яҡын сығышты уҡытыусыларҙан, тау сәнәғәте колледжы, Белорет медицина колледжы педагогтарынан, мәғариф бүлеге методистарынан, тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәренән торған жюри баһаланы. Ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡыҙыҡлы, көнүҙәк һәм бай булды.

- Көн дауамында улар математика, физика, химия, биология, йәмғиәтте өйрәнеү, рус һәм башҡорт телдәре, лингвистика, робототехника, сәнғәт һәм башҡа фәндәр буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен яҡлаясаҡ. 2025 йылда бер йүнәлеш Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Шулай уҡ быйыл «Ғаилә ҡиммәттәре» секцияһы эшләне, балалар Ғаилә йылына арналған проекттарҙы яҡланы. Сара Учалы районында йыл һайын уҙғарыла, уның маҡсаты булып үҫеп килеүсе быуын араһында фәнде популярлаштырыу, уҡыусылар араһында тикшеренеү эшмәкәрлеген һәм остаздар араһында проект-тикшеренеү берләшмәһен үҫтереү тора. 2025 йылда ул Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығының танылыуын алды һәм ведомствоның рәсми саралары исемлегенә индерелде. Уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре өсөн был тәүге аҙымдар, ҡайһы берҙәре өсөн күптән башланған проекттарҙы дауам итеү. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҙур рәхмәт, шулай уҡ ойоштороусыларыбыҙ - район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине сығышында 9-сы мәктәп директоры Эльвира Мөхәмәтйәрова.

Йылдан йыл конференцияла ҡатнашыусыларҙың һаны арта бара. Уҡыусыларҙың һаны ғына түгел, уларҙың ғилми эштәренең сифаты ла йылдан-йыл юғарыраҡ, төплөрәк, ҡыҙығыраҡ. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған фәнде һайлап, шуның буйынса тикшеренеү проекттарын жюри ағзалары алдында сығыш яһай. Йәш тикшеренеүселәр үҙҙәренең эштәрен техник, гуманитар һәм тәбиғи дисциплиналар буйынса яҡланылар. 

«Учалы тау-байыҡтырыу» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса урынбаҫары Айгөл Тихонованың әйтеүенсә, ул бер нисә йыл инде жюри ағзаһы булып тора, был ваҡыт эсендә бик күп лайыҡлы балаларҙың проекттары менән танышҡан. Был юлы, “Экология” секцияһында эштәрҙе баһалаған. Мәҫәлән, Талкаҫ күле экосистемаһын һаҡлау, биология дәрестәрендә күреү өсөн 3д-принтер ҡулланыу, пластик шешәләрҙән һепертке өсөн таяҡтар эшләү. “Еңеүселәрҙе һайлау ауыр булды, беҙ бөтә эштәрҙе ғәҙел, максималь объективлыҡ менән баһаларға тырыштыҡ”, - тине ул.

- Быйыл уҡыусыларым менән беренсе тапҡыр “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” секцияһында ҡатнашабыҙ. Быға тиклем “Башҡортостан мәҙәниәте” секцияһында ҡатнаша инек. Унда халыҡ ижадына бәйле йә иһә үҙебеҙҙең төбәгебеҙҙән сыҡҡан күренекле шәхестәр буйынса асыштар эшләп, сығыш яһай инек, - тип һөйләне 9-сы полилингваль мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Айбатова. 

Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм остаздары Айһылыу Мөхәмәтйәнова менән Әсмә Шәрипова ла һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт. Уҡыусылар үҙҙәренең тикшеренеүҙәрен яҡлағанда юғары кимәлдәге проекттар һәм яҡшы әҙерлек күрһәтте. Алтынсы класс уҡыусылары Динир Иманғолов һәм Әмир Мөхәмәтйәнов - өсөнсө дәрәжә диплом («Ватанды һаҡлаусылар йылы» секцияһы), өсөнсө класс уҡыусыһы Айнур Малакаев «Мәғлүмәт-ғәмәли ҡулланыу» («Тәбиғәт» секцияһы) номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

- Мәктәп директоры Эльвира Фәнис ҡыҙы конференцияны баштан алып аҙағына тиклем матур итеп алып барҙы. Ҡабул итеүсе яҡтың коллективына йылы ҡабул иткәне өсөн, директорыбыҙ Рәмил Нурислам улына сәфәрҙе ойошторғаны, гимназистарға ышанысы һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Балалар ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар һәм артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн илһам алды. Беҙ күп призлы урындар яуланыҡ. Мәҫәлән, Данил Әхмәтйәнов, Айгүзәл Хөснөтдинова, Әминә Теләүғолова иң яҡшылар булды, - тине Асҡарҙан килгән ҡунаҡтар. «Техно группировка годжо» командаһы «Виртуаль ысынбарлыҡта янғын һүндереү» проекты менән «Фән һәм техника» номинацияһында 1-се урынды яуланы. Ижад һарайы базаһында шөғөлләнгән балалар технопаркы уҡыусылары Леонид Первов һәм Дмитрий Носковтың остаздары Динис Мостафин, малайҙарҙың тырышлығы һәм ижадилығы уларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырасаҡ, тип ышана.

-Конференцияға беҙ ике проект алып килдек. Ислам Ғарипов "Спортсмен, тренер һәм тыуған илдең ысын патриоты" темаһы буйынса Ғадил Хәлит улы Бикмөхәмәтовтың тормош юлы, спортҡа һөйөүе һәм уның өсөнсө тапҡыр махсус хәрби операцияла тыуған ере өсөн хеҙмәт итеүе тураһында бәйән итте.

Адель Хужахмәтов "Ҡояш батареяларының көнкүрештә ҡулланышы" тураһында сығыш яһаны. Малайҙар бик етди әҙерләнделэр, үҙҙәренә күп мәғлүмәт алдылар. Ислам үҙенең эше буйынса дипломант булды һәм колонка, диплом менән бүләкләнде, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Рысай урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсирә Сәғитова.

Баймаҡтар ҙа буш ҡайтманы - полилингваль күп профилле лицей-интернатынан килгән
11-се клас уҡыусыһы Илһам Мәликов (етәксеһе Зиянбирҙин И.Х.)
призлы урын яулап 3-сө дәрәжәлә диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән наградланды. Конференцияла ҡатнашҡан һәр уҡыусының ғилми эше төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Конференция быйыл да ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте. Бындай форматтағы конференциялар һәр ваҡыт дөйөм белем биреүҙә тикшеренеү эшмәкәрлеген ҡулланыуға нигеҙләнгән яңы алымдар, яңы һөҙөмтәле уҡытыу методикаларын эҙләүгә этәргес бирә.

Вилиә ЯНБАЕВА.

 

 

Автор: Вилия Янбаева
Читайте нас