Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
20 Ноябрь 2025, 13:55

Уҡытыусылар династияһының тамыры ныҡ

Учалы районынан уҡытыусылар династияһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды һәм «Иң яҡшы педагогик династия» номинацияһында беренсе урынды яуланы. Ғаилә ағзаларының дөйөм хеҙмәт стажы – 139 йыл.

Учалы районынан уҡытыусылар династияһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды һәм «Иң яҡшы педагогик династия» номинацияһында беренсе урынды яуланы. Ғаилә ағзаларының дөйөм хеҙмәт стажы – 139 йыл.

Был династияның башында педагогик хеҙмәт ветерандары Дилара Ғөбәй ҡыҙы һәм Әсғәт Әкрәм улы Нуретдиновтар тора. Балалары һәм ейәндәре лә уларҙың юлын һайлаған. Нуретдиновтарҙың ҡыҙы Зөлфиә Әминева Мулдаҡай ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ейәне Заһир Әминев – Өфө машиналар эшләү колледжы уҡытыусыһы. Ейәнсәре Ләйсән Золотарёва ла Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты студенты.

Конкурсҡа Рәсәйҙең 36 төбәгенән 205 ғариза килгән, 15 ҡатнашыусы финалға үтә, улар араһында яҡташтарыбыҙҙың булыуы шатлыҡлы ваҡиға булды.

Династияға нигеҙ һалыусы Әсғәт Нуретдинов улы 1939 йылда донъяға килә, 1958-1961 йылдарҙа совхозда эшләп мәктәпкә уҡытыусы булып эшләй башлай һәм бөтә ғүмерен балаларға аң-белем, тәрбиә биреүгә арнай. Өфө Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының рус бүлеген тамамлай. Яңы-Байрамғол урта мәктәбендә завуч, Юлдаш мәктәбендә директор була. Юлдаш ауылындағы ике ҡатлы мәктәп уның етәкселегендә төҙөлә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап наградаларға эйә, 1986 йылда «Уҡытыуҙа һәм тәрбиәлә өлгәшкән уңыштары өсөн БАССР Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан профсоюз өлкә комитетының Халыҡ мәғарифы Отличнигы» билдәһе, 1987 йылда КПСС өлкә комитетының миҙалы менән бүләкләнә.

Юғары әхлаҡлы, уҡымышлы педагог Тыуған иленең, кесе Ватанының ысын патриоты була. Ғүмеренең аҙағына тиклем коммунизм идеяларына тоғро ҡала. Эшләгән дәүерендә хеҙмәткәрҙәр өсөн мәктәптә сәйәси уҡыуҙар үткәрә. Абруйлы директор булыуы менән дан ҡаҙана, ҡайҙа ғына йөрөһә лә һүҙе үтә. Үҙенең янында бик яҡшы уҡытыусылар коллективын туплай. Уҡыусыларҙың яратҡан остазына әйләнә. Йылдар үтһә лә, үҙен хөрмәтләп иҫкә алалар, дәрестәренең ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс үтеүен билдәләйҙәр.

Депутат һәм коммунист булыуҙан тыш, ауылда йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштары ғаилә проблемалары менән дә йыш ҡына уға мөрәжәғәт итә.

Тормошта һәр кемдең күңел ятҡан шөғөлө була. Тап ул кеше­не эстән яҡтырта, тормош ауырлыҡтары­нан ҡотҡара. Әсғәт Әкрәм улы өсөн ул – ижад. Халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Тормош иптәше Дилара Ғөбәй ҡыҙы менән бергә концерттарҙа сығыш яһайҙар, спектаклдәр ҡуялар. Район һәүәҫкәрҙәре конкурсында ҡатнашып лауреат исемен ала.

Ҡыҙы Зөлфиә һөйләгәндәрҙән: "Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт ижади мөхит хөкөм һөрҙө. Атайым менән әсәйем йыш ҡына дәрестәрҙе, яңы спектаклде, сценарийҙы тикшерә торғайнылар. Уның тауышы бик матур ине. Көн һайын төшкө ял мәлендә урындағы радио аша ярты сәғәт башҡорт эстрада һәм халыҡ йырҙарын тапшырҙылар. Атайым көн һайын уларға ҡушылып йырлай, бөтә йырҙарҙы яттан белә ине. Шаян да, телгә лә үткер булды”, - ти ул.

90-сы йылдарҙа ҡулына ҡәләм алып илдә һәм республикала булған ваҡиғалар өсөн бөтә әрнеүен сағылдырған шиғырҙар яҙа башлай, улар район гәзитендә баҫыла. Шулай уҡ тыуған ер, мәктәп, яҡташтар тураһында шиғырҙар авторы Улы Ирек Нуретдинов атаһының шиғырҙарын китаб итеп баҫтырып сығара.  

Әсғәт Әкрәм улы 1999 йылда хаҡлы ялға сыға һәм 2006 йылда вафат була.

Тормош иптәше Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, өлкән уҡытыусы. Дилара Ғөбәй ҡыҙы 1941 йылда Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, артабан уҡырға теләй, әммә ҡыҙыу бесән мәлендә колхоз ҡыҙҙы берҙә ебәргеһе килмәй. Ахырҙа ҡыҙ ауырыр өсөн һалҡын, боҙло һыу эсә башлай. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, ул ангина менән ауырый. Попутка менән ҡалаға дауаханаға юллана, ысынында педагогия училищеһына уҡырға китә. Ҡыҙҙы барыһы ла артист булыр тип уйлай, әммә уға сығыш яһауға ҡарағанда, башҡаларҙы өйрәтеү күберәк оҡшай. Училищела башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡып сыға. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын Федоровка районы Өсбүләк ауылында математика һәм биология уҡытыусыһы булып башлай. 1964 йылда Әсғәт Әкрәм улы менән тормош ҡороп Яңы Байрамғолда башланғыс кластарҙы уҡыта, һуңынан ғаилә Юлдаш ауылына күсенә. Дилара Ғөбәй ҡыҙы бында географиянан  белем бирә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. 1966 йылда Нуретдиновтарҙың Зөлфиә ҡыҙҙары, 1967 йылда Ирек улдары донъяға килә. Декрет ялынан һуң Юлдаш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Актив, тәжрибәле уҡытыусыны РОНО-ның Ҡунаҡбай ауыл советының мәктәпкәсә тәрбиә биреү буйынса йәмәғәт инспекторы итеп ҡуялар. Ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла. Ауыл фольклор коллективын етәкләй, үҙҙәрендә уҙған барлыҡ сара-байрамдарҙың ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы булып ең һыҙғанып, дәртәләнеп эшләй. Фольклор коллективы 1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына ҡарата сәхнәләштергән сәхнә әҫәре районда ғына түгел, республикала иң яҡшыһы булып таныла.

1986 йылда Өфөлә Дилара Игликованың сценарийы буйынса яҙылған “Тальян гармун” тип исемләнгән ҙур байрам үтә, унда республиканың бөтә райондарынан 650 үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар ҡатнаша. Уның сценарийҙары республикала иң яҡшылары булып таныла. 1988 йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара фольклор  байрамында ҡатнашалар, “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын күрһәтәләр.

Дилара Ғөбәй ҡыҙы Башҡортостан республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, республика ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.

Юлдаш мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра.

Уның уҡыусылары күп тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадалары призерҙары һәм еңеүселәре була. Уҡыусылары ҙәбиәт дәрестәрендә һәр әҫәр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүен онотмай. Улар­ҙың йөкмәткеһен тәфсирләп төшөндөрөп, күңелебеҙҙә әҙә­биәт­кә, телгә ҡарата һөйөү уятты уҡытусыбыҙ, тиҙәр. Күптәре мәктәп йылдарында уҡ “апалары” һымаҡ уҡытыусы буласағын аныҡ беләләр. Нуретдиновтарҙың Зөлфиә ҡыҙы һәм Ирек улдары, уҡыусылары Алһыу Хәйруллина, Минзилә Зарипова, Фирҙәүес Юлмөхәмәтова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.  Фирҙәүес Барый ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты, фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында эшләй.

"Мәктәптә мин Дилара Ғөбәй ҡыҙы етәкләгән халыҡ ижады түңәрәгендә шөғөлләндем. Остазым ғүмер буйына халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләне. Мин әле лә халыҡ ижадын бөртөкләп тигәндәй йыям, өйрәнәм", - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Фирҙәүес Барый ҡыҙы.

Ололарҙан яҙып алған тыуған яҡтың тарихтары, әкиәттәре, йырҙары, йолалары ҡиммәтле халыҡ ижады емештәре була. Хатта уларҙы яҙып алырға Өфө ғилми хеҙмәткәрҙәре Фиҙәүес Юлмөхәмәтова, Розалия Солтангәрәева, Венгрия ғалимы Йозеф Торма килә. Дилара Ғөбәй ҡыҙы ошо халыҡ ижады нигеҙендә сценарийҙар яҙа һәм сәхнәләштерә.

Нуретдиновтарҙың улы Ирек Әсғәт улы мәктәптән һуң авиация институтына авиация двигателдәре факультетына уҡырға инә, инженер булырға ҡарар итә. Әммә ғаилә традициялары һәм педагогикаға тыумыштан ынтылыш өҫтөнлөк ала ни тиһәңдә. 1 курстан һуң армияға китә, ҡайтҡас, БДПИ-ның филология факультетының башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Курсташтары бик ижади студенттар була. Ирек тә уларҙан гармунда, синтезаторҙа уйнарға өйрәнә. Бергәләшеп республика буйлап гастролдәргә сығалар. 1992-2000 йылдарҙа Юлдаш мәктәбендә Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, хеҙмәт, физкультура дәрестәренән уҡыта, күрше ауылда клуб мөдире булып та эшләй. 2002-2013 йылдарҙа Яңы Байрамғол урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡыҫҡартыуға эләккәс, ҡыҙы Ләйсәндең һәләтен үҫтереү менән шөғөлләнә. Үҙе уны бейергә, йырларға, сәхнә оҫталығына өйрәтә. Район, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәр, призлы урындар яулайҙар. Ижад менән шөғөлләнеү үҙ емештәрен бирә. Хәҙер ҡыҙҙары Яҙгөл дә апаһы һымаҡ һәләтле. Нуретдиновтарҙың ҡыҙҙары үҙҙәренең ижады менән ғаилә традицияларын дауам итә һәм башҡорт теленең заман теле булыуын иҫбатлай

Ирек Әсғәт улы һөнәре буйынса - уҡытыусы, ә рухы һәм йәшәү рәүеше буйынса - тыуған яғын өйрәнеүсе ысын патриот, тикшеренеүсе. Ул тыуған яҡтың тарихы буйынса бай материал туплау өсөн күп көс һала. Үҙ аҡсаһына китаптар баҫтыра, һуңынан уларҙы ауылдаштарына тарата.

Ирек Әсғәт улының ҡатыны Оксана Золотарева ла балаларҙа үҙ халҡына һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләүҙе төп бурысы тип һанай. Яңы Байрамғол ауылы мәктәбендә эшләгәндә ул фольклор түңәрәген алып бара. Балалар башҡорт йолаларын өйрәнә, шулай уҡ башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса сәхнә әҫәрҙәре ҡуя.

Нуретдиновтарҙың ҡыҙҙары Ләйсәнде учалылар яҡшы белә. Бай йөкмәткеле ижади биографияға эйә. Алты йәшендә ул «Учалы йондоҙҙары» фестивалендә беренсе урын яулай. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ал сәскә» телевизион конкурсы йәш башҡарыусыға ҙур билдәлелек килтерә, унда ул жюриҙең махсус бүләгенә лайыҡ була. Республика башлығы стипендиаты, күп тапҡыр «Урал батыр» эпосы сәсәндәре конкурсы еңеүсеһе. Данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай Мәскәүҙә «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһап жюриҙе үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән арбай. Илебеҙ Президенты алдында Республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтте, быйыл БДПУ-ның филология факультетының башҡорт-инглиз бүлеге студенты булды.

Педагогик династияны дауам итеүсе Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы ла һөнәренә тоғро ҡалыусы. Уның етәкселегендә 30 йылдан ашыу мәктәптә "Шишмәләр" фольклор-театр түңәрәге эшләй. Балалар йырҙар, таҡмаҡтар, легендалар, мөнәжәт, бәйет һәм башҡа ауыҙ-тел ижадын йыя. Ә һуңынан халыҡ йолаларын һәм байрамдарын сәхнәләштерәләр, пропагандалайҙар. Тарихи темаға "Башҡорттар батша Иван Грозныйҙа"," Күмәс тауы легендаһы, йәки алтын арҡаһында ҡасҡындарҙы нисек ҡыуып сығарғандар", "Зәйнулла ишан һәм Аҡмулла Ғайса ахунда ҡунаҡта" һ. б. инценировкалар ҡуялар. Уның уҡыусылары даими фольклор конкурс-фестивалдәре еңеүселәре. Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы билдәле шәхестәр, артистар - Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлаусылар менән осрашыуҙар ойоштора.

"Ағинәйҙәр"йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булып тора. “Яйыҡ” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә, шулай уҡ мәҡәләләре "Йәшлек", "Башҡортостан" гәзиттәре биттәрендә сыға.

Зөлфиә Әсғәт ҡыҙының улы Заһир Әминев кешеләргә “Йүгерек башҡорт” булараҡ таныш. Заһир VII класҡа тиклем – Мулдаҡай урта мәктәбендә, артабан Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алып Өфө дәүләт нефть техник университетында инженерлыҡҡа уҡып сыға, башта нефтсе булып эшләй. Тик  бәләкәйҙән йүгереү, саңғы шыуыу менән мауыҡҡан замандашыбыҙҙың  спортҡа ҡарата һөйөүе барыбер үҙенекен иткән – Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына физкультура уҡытыусыһы булып барырға тәҡдим иткәстәр, риза була. Әйткәндәй, Заһир М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физкультура институтында ла  белем алған. Спорт менән мауығыуҙан тыш, Заһир ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән, бейеү, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған. Ул хатта “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашҡан, “Беренсе республика” фильмында төшкән. Заһир режиссер Рөстәм Шәйхетдиновтың “Хәйбулла” фильмында ла бер ролдә уйнаған. Һәләтле кеше һәр йәһәттән оҫта инде, шуға күрә юғалып та ҡалмай.

Заһир Әминев Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡандан һуң Башҡортостанда үткәрелгән марафондарҙа үҙ көсөн һынай, артабан Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йүгерә башлай. 2018 йылда Сочи ҡалаһында ойошторолған, тотош Рәсәй йүгеректәре ҡатнашҡан сарала милли ҡамсат бүрек кейеп ҡатнаша һәм икенсе урынды яулай, артабан ошо уҡ йылда Ҡалмығстанда уҙғарылған марафонда беренсе урынға сыға. Милли баш кейеме, башҡорт әләмен тотоп йүгергәнгә күрә уны “Йүгерек башҡорт” тип атай башлайҙар. Заһирға башҡорт спорты тураһында һөйләү, башҡаларҙы халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеүгә өндәү оҡшай.

Әйткәндәй, Әсғәт Әкрәм улы Нуретдинов 1999 йылда "Мине борсоған һорауҙар" исемле шиғыр яҙа. Ул «Улдарың ҡайҙа йәшәй?" тигән һорауҙан башлана. Һәм уның артынса ғорур яуап яңғырай: "Тыуған Ерҙә! Беҙ барыбыҙ ҙа тыуған еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Балаларҙы уҡытабыҙ, уларға тыуған илгә, туған телгә һәм халыҡ мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Шиғыр «Нимәнән ҡурҡаһың? " тигән һорау менән тамамлана. Һәм яуап: “Минең нәҫелем юҡҡа сығыуҙан”. Күреүебеҙсә, Әсғәт Әкрәм улының борсолоуҙары юҡҡа ғына, уның нәҫелен дауам итәләр, нәҫеле йәшәй һәм был нәҫел яҡындарының бер-берҙәренә һәм дөйөм эштәренә - уҡытыусылыҡ һөнәрен һөйөүгә таяна. Һәм был мөхәббәтте улар быуындан-быуынға тапшыра, педагогик династияларын дауам итергә тырышалар.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас