Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
11 Декабрь 2025, 10:40

"Учалыла бик талантлы халыҡ йәшәй"

Рәүеф Вәли улы һәм Фәниә Вәли ҡыҙы - милләттең тоғро ул-ҡыҙы.

"Учалыла бик талантлы халыҡ йәшәй"
"Учалыла бик талантлы халыҡ йәшәй"

Быйыл – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының 30 йыллыҡ юбилейы.

Яҡташыбыҙ, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты  Фәниә Вәли ҡыҙы Дәминдәрова 1949 йыл  Учалы районы Мишкә ауылында тыуа.  Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда  Наурыҙ урта мәктәбендә өлкән пионер вожатыйы булып башлай.  1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә директор урынбаҫары, район пионерҙар йорто директоры булып эшләй. Һуңынан комсомол  һәм партия эшендә: КПСС-тың Учалы ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеология эштәре буйынса секретарь. 19911997 йылдарҙа  Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәтенең дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында - эштәр менән идара итеүсе, хакимиәт башлығы урынбаҫары, кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы, мәҙәниәт бүлеге мөдире урынбаҫары. 19971999 йылдарҙа — Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1999-2001 йылдарҙа - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яуаплы секретары, рәйес урынбаҫары. 2001 йылдан башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәкәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы урынбаҫары, 2002 йылдан — деканы,  әлеге ваҡытта - дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы профессоры.

1991 йылда «Роль традиций в нравственном формировании личности» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2011 йылда философия фәндәре докторы  дәрәжәһенә «Духовно-нравственные традиции в жизни общества» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 3 монография, 7 уҡытыу-методик әсбап, 100-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы, шуларҙың 30-ҙан ашыуы Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә индерелгән Рәсәйҙең ғилми журналдарында баҫылған.

 Быйыл Фәниә Дәминдарова “Жизненное и профессиональное кредо” тигән китап нәшер итте.  Ике телдә: башҡортса һәм русса   аралаш. Фәниә Вәли ҡыҙы был баҫманы районыбыҙҙың 95 йыллығына бағышлай. Тарихи мәғлүмәттәр байтаҡ, беҙ иһә 30-40 йыл элкке, милли үҙаң уяна башлаған дәүерҙәргә ҡағылған өлөштән бер өҙөк килтерәйек.

 “...Учалыла бик талантлы халыҡ йәшәй. Талантлы кешеләр менән эшләүе кинәнес, шул уҡ ваҡытта бик яуаплы ла. Кинәнес – сөнки эшләгән эшеңдең, түккән көсөңдөң һөҙөмтәһе тиҙ һәм сағыу күренә. Яуаплы – сөнки талант Хоҙай биргән оло хазина, ул яҡлауға, һаҡлауға, ҡурсалап үҫтереүгә мохтаж. Мин быны үҙ эшемдә һәр саҡ төп бурыстарымдың береһе тип иҫәпләнем. Ул саҡтар иҫкә төшһә, әле лә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Район Советы башҡарма комитетында эшләгәндә, район Советы рәйесе урынбаҫары Ринат Ямалиев, хакимиәт башлығы урынбаҫары Лиф Нәғимйәнов, “Озерный” совхозы етәкселәре менән берлектә Көсөк ауылында Муса Мортазин музейын булдырыуға күп көс һалдыҡ. Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген асыуҙа ла ситтә тороп ҡалманыҡ, башҡорт телендә “Яйыҡ” район гәзитен сығара башланыҡ. 1991 йылда Учалы яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килде. Күренкле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә башланы. М.Мортазин, М.Минһажетдинов исемдәрендә премиялар булдырылды. Ҡалала, һәр хужалыҡта драма, бейеү, фольклор коллективтары эштәрен йәнләндерҙе. “Ләйсән”, “Ирәмәл” бейеү ансамблдәренең даны тағы ла киңерәк таратылды. Ошо сағыу мәҙәни сараларҙы хәтерләһәм, ҡала һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдирҙәре Гөлдар Моратова, Нина Латочкина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән иң тәүҙә Миҙхәт Алсынбаев, Рәис Низаметдинов, Нәғим Аллаяров, Фәнит Шаһиев, Ғәни ағай, Фәриҙә, Мәмдүҙә апайҙар иҫкә төшә.

Төбәк халҡында тарихи аң, ватансылыҡ тойғоһо, милли менталитет тәрбиәләүгә айырыуса тос өлөш индергән шәхестәрҙе атап әйтке килә. Мәҫәлән – Әлим Зарипов, тарих фәндәре кандидаты.  “Эй Яйык йорт, Яйык йорт” китабы менән тәүгеләрҙән булып төбәк тарихына киң йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтте. Уның эшен артабан филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев дауам итте. Рәүеф Насировты айырым  телгә алырға кәрәктер. Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында уҡ Советтар Союзы Геройы Александар Матросовтың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, илебеҙҙең күп төбәктәрендә булып, архивтарҙа эҙләнеп, геройҙы күреп белгән кешеләр, колонияларҙағы тәрбиләүселәре менән осрашып, бик бай материал тупланы һәм, шуға нигеҙләп, Александр Матросов Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы егете Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов икәнлеген иҫбатлай. Был  турала уның “Ҡайҙан һин, Матросов?” тигән китабында бик ентекле яҙылған.  Шау-шыу ҡупты. Мәскәү режиссеры Алексей Смаглюк үҙенең “Александр Матросов. Правда о подвиге” исемле документаль фильмында бөтә бәхәстәргә сик ҡуйҙы, тарихи дөрөҫлөк тантана итте.

Шул осорҙа Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән талантлы шағир Мәүлит Ямалетдтнов менән Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамаҙан Ниғмәтуллин ағай тураһында бер-ике ауыҙ булһа ла, йылы һүҙ әйтмәү ғонаһ булыр. Заман барышы, үҙгәрештәр, халыҡ алдында торған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында бөтә нескәлектәренә тиклем хәбәрҙар, актив шәхестәр булараҡ, уларҙың ниндәй ҙә булһа яңы инициатива менән килмәгән көндәре һирәк була торғайны.  Асылда ҡала мәктәптәрендә башҡорт кластарын булдырыу, 12-се Башҡорт гимназияһын асыу, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен ойоштороу, башҡортса үҙаллы “Яйыҡ” гәзитен сығара башлау, бая телгә алған музейҙарҙы асыу, премиялар булдырыу  уларҙың һәм уларҙың рухташтарының тырышлығында тормошҡа ашты. Музейын асырға йыйынғанда, Муса Мортазин аҡланһа ла, шәхесенә ҡарата икеле-микеле мөнәсәбәт, хатта, официаль рәүештә  тыйыуҙар ғәмәлдә ине. “Ни сыҡмаһа, шул Учалыларҙан сыға!” –тигән, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бигүк яҡымлы булмаған һүҙҙәр ҙә ишеттем түрәләрҙән. Музейға материалдар туплау маҡсатында Рамаҙан ағай Ниғмәтуллин менән Мәүлит Ямалетдиновты Муса Мортазин бригадаһының эҙҙәре буйлап Украина яҡтарына  тиклем командировкаға ебәрҙек. Бөтә яуаплылыҡты, идеология секретары булараҡ, үҙ өҫтөмә алдым. КПСС-тың ҡала комитетының 1-се секретары Фәрүәз Рәхим улы Шакиров миңә ихтирам менән ҡараны, идеологияға ҡағылышлы  һорауҙарҙы тулыһынса миңә тапшырғайны. Күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевты  Муса Мортазиндың тормошо менән яҡындан танышыу өсөн оҙайлы командировкаға ла саҡыртып алдыҡ.”

Ташҡыя – Мишкино

Ташҡыя Учалы районының көньяҡ мөйөшөндә таш ҡаялар аҫтында урынлашҡан. Ауылдың исеме лә шул таш ҡаянан (Ташҡая) алынғандыр. Халыҡ телендә нишләптер шул “Ташҡыя” формаһында нығынып ҡалған.

Ауылдың тағы бер исеме бар – Мишкино. Быныһы уның официаль исеме, бөтә документтарҙа ла шулай теркәлгән. Был исемдең килеп сығыуын ҡайһы берәүҙәр түбәндәгесә аңлата. Имеш, ҡасандыр бында Михаил исемле бер урыҫ килеп төпләнгән дә, аҙағыраҡ уның янына башҡорттар ҙа килеп ултырған. Ләкин быға ышаныуы ҡыйын. Сөнки фаразды дәлилләрҙәй бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Халыҡ араһында тағы шундайыраҡ риүәйәт таралған. Был тирәлә башҡорттар борон-борондан ҡаҙаҡтар менән йәнәш йәшәгән. Күршеләр араһында төрлө алыш-биреш, ҡыҙ йәрәшеү, кәләш әйттереү осраҡтары ла булғылаған, төрлө сәбәптәр арҡаһында бәхәс-янъялдар ҙа ҡупҡылап торған. Әле Ташҡыя юҡ саҡта ошо ожмаһҡа биргеһеҙ  гүзәл урынға бер ҡаҙаҡтың күҙе төшкән, имеш. Был ергә дәғүәһен бер нисек тә дәлилләй алмағас, ахырҙа, әйҙә көрәшәйек, кем еңә, ер шуныҡы булһын, тип тартҡылаша икән. Шундағы ике ҡарағас арһында (әйткәндәй, улар әле лә үҫеп ултыралар) көрәш ойошторғандар. Көсәнеп-көсәнеп тә ҡаршы сыҡҡан башҡорт бәһлеүәнен еңә алмағас, ҡаҙаҡ: “Ай-бай, һин урыҫтың мишкаһы (айыуы) һымаҡ икәнһең”, - тигән була. Аҙаҡ ошо, башҡорттарҙа ҡалған урында барлыҡҡа килгән ауылды ла Мишкә (Мишкино) тип атағандар имеш.

Ташҡыяның барлыҡҡа килеүе тураһында тарихи документтарҙа бер нәмә лә һаҡланмаған. Бәлки, табылмай яталарҙыр. Һәр хәлдә Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеүсе профессор Әнүәр Әсфәндиәров был ауыл тарихына ҡағылышлы бер нәмә лә таба алмауы тураһында әйтә. Шулай ҙа ҡайһы бер ошо төбәктең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы эҙәрмәндәр Ташҡыя 18-се быуаттың баштарында барлыҡҡа килгән булырға тейеш, тип фаразлайҙар.

Егерме алтынсы китабы!

Үрҙәге яҙмала һүҙ барған ханымдың бер туған ағаһы Рәүеф Вәли улы Шаһиев тураһында “Яйыҡ” уҡыусыларына өҫтәп ниҙер әйтеп тороуҙың  кәрәге лә юҡтыр – арыу-тарыу белмәгән тыуған яҡты өйрәнеү белгесе һәм тарихсы, әҙәби критик, йәмәғәт эшмәкәре (район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы) район халҡының төп өлөшө менән шәхсән таныш.

Ошо арала үҙенең 26-сы китабын нәшер итте ул! 27-се лә баҫмаға әҙер, сират көтә. Әлегеһе – “Лира Әхмәт-Яҡшыбаева. Ижадында - халыҡ ғәме” тип аталған китап.

-Теүәл әйткәндә – ғилми-энциклопедик баҫма, - тип асыҡлыҡ индерҙе автор. – Һәм шуны ла билдләр кәрәк, башҡорт яҙыусыларының үҙҙәре тураһында был быуатта нәшер ителгән тәүге баҫма буғай!

Лира Миңләхмәт ҡыҙының эшмәкәрлеге лә учалыларға яҡшы таныш, Зәйнулла ишан Рәсүлев тураһында “Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә”, “ Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” тарихи-биографик романдары ғына ни тора! Һәм мәҡәләне Лира Яҡшыбаеваның иман нуры бөрккән шиғыры менән тамлайыҡ:

“Бергә булайыҡ,

Берҙәм булайыҡ –

Татыулыҡта беҙҙең көсөбөҙ.

Иманлы булайыҡ,

Хаҡ юлдан барайыҡ,

Аллаһ һөйһөн, уңыр эшебеҙ!”

  Амин, шулай булһын. Ғөмүмән, бер ғаиләнән милләтенә һәм тыуған төбәгенә шул тиклем тоғро ике әҙип сығыуына һоҡланмай булмай. Ҡоролтайҙа бик хаҡ әйтелде бит ул: “Беҙҙән башҡа башҡорттар донъяла юҡ. Тап үҙебеҙ башҡорт мәҙәниәтен, тарихын һәм телен һаҡлауҙы хәстәрләмәһәк, кемдер ситтән килеп булышлыҡ итмәҫ”. Эйе, һәр кемебеҙ алдында һорау тура – тап һин туған телеңә хыянат итәңме, тоғро ҡалаңмы....

П.С. 10 декабрь  Башҡортостан Журналистар союзының XXIV съезы үтте. Союз идараһының Ризуан Хажиев исемендәге ике йылға бер бирелгән премияһы Рәүеф Шаһиевҡа тапшырылды. Арҙаҡлы рухташыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, хәйерле ғүмер теләйбеҙ!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас