Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
19 Ғинуар , 13:41

"Шау мөғжизә ине бар ғәләмдәр"

Яһалма Аңды башҡортса йырларға өйрәтәбеҙ. Бала саҡ мәлдәренә бағышланған йыр.

"Шау мөғжизә ине бар ғәләмдәр"
"Шау мөғжизә ине бар ғәләмдәр"

 

Көй - Яһалма Аң ярҙамында яҙылды, йырлауын да йырлап бирҙе. Йырҙың үҙен беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ -https://vk.com/public165174096

Һәләк тә татлы ине шәкәр тәме,
Ҡуйы томандар артында ҡалған
Ғәжәйеп бала саҡ мәлдәрендә.
Сағыу йәйғорҙан күҙҙәр ҡамашты,
Әкиәт булып тойолдо донъя,
Шау мөғжизә ине бар ғәләмдәр.
Хәсрәттәр ҙә юҡ шул, юҡ әжәл дә,
Йылынан да йылы ойяббыҙҙа


Ҡар мендәрҙә өшөмәй аунаныҡ,
Диңгеҙсе булдыҡ яҙ күләүектә,
Болон хушын һулап туя алманыҡ.
Гиҙҙек ҡурҡмайса ҡарурманды.
Танһыҡ ҡанып эстек ҡайын һыуын, 
Еләк емеште услап һоғондоҡ.

Ҡушымта:

Бала саҡтан һуң килде ҡартлығым.
Шундуҡ килде һис тә көттөрмәй.
Яҙмышҡа юҡ та үпкә-хаслығым,
Тик түҙергә ник һағышланмай?

Талғын аҡты ваҡыт әүәле -
Ашыҡмай ҙа барына өлгөрәң,
Мәж уйнайһың үҙеңде онотоп,
Тик туғандар һәм дуҫтар яныңда.
Дошман тигәндәр юҡтыр донъяла,
Булһа ла, йыраҡ-йыраҡ яҡтарҙа.

Түңәрәктән-түңәрәк донъябыҙ,
Үҫкәс булыр әле, ни етмәһә.
"Күререгеҙ алда!"- тине атай,
Йәшәү хас йәннәттә -киләсәктә.
Алҡынып та беҙ алға атлығып,
Ҡартайғанды ла һиҙмәй ҡалғанбыҙ.
Алҡынып та беҙ алға атлығып,
Ҡартайғанды ла һиҙмәй ҡалғанбыҙ.

 

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас