Яйыҡ
+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғариф, мәҙәниәт
22 Апреля , 05:20

Милли биҙәүестә – халыҡ асылы

“Минең Башҡортостан” тип аталған башҡорт этник биҙәүестәре һәм милли костюм элементтарының  IV Зональ конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Милли биҙәүестә – халыҡ асылыМилли биҙәүестә – халыҡ асылы
Милли биҙәүестә – халыҡ асылы

Милли кейем көнөнә С.Низаметдинов ис. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында “Минең Башҡортостан” тип аталған башҡорт этник биҙәүестәре һәм милли костюм элементтарының  IV Зональ конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Профессиональ конкурс тип әйтергә була, сөнки Башҡортостандың  сәнғәт мәктәптәре һәм түңәрәктәре, махсус училище уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында бара ярыш. Был тапҡырҙа ла ҡунаҡтар, айырыуса Белорет районының Сәрмән һәм Тирлән вәкилдәре сағыу сығыш яһай. Тик бына гәзиттә урын самалы булғас, мәҡәләлә Учалы районынан призерҙарҙы ғына атап китәбеҙ .

«Яға” номинацияһында  I дәрәжә дипломадары – Йәзилә Үҙәнбаева, Асия Фәзлетдинова (“Ирәмәл” ижад үҙәге).

“Селтәр” номинацияһында I дәрәжә дипломадары  Сабрина Йомабаева, Варвара Рябцева (“Ирәмәл”).

“Ҡашмау” номинацияһында Гран-при – Лидиә Ҡулбаева ( Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы).
“Ҡалпаҡ” номинацияһында  I дәрәжә дипломадары  - Зарина Хамматова (Учалы колледжы), Дина Мөхәмәтова ((“Ирәмәл”).

“Сулпылар” номинацияһында I дәрәжә дипломы  - Сергей Липатов, II  дәрәжә  дипломы -   Владик Кулуков (Учалы колледжы).

“Маңлайса” номинацияһында  I дәрәжә дипломдары – Эмилия Заһиҙуллина, Сафия Кәримова,   II  дәрәжә  дипломы  - Йәзилә Үҙәнбаева  (“Ирәмәл”).

“Урындағы технология буйынса яһалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме” номинацияһында  I дәрәжә дипломы -  Варвара Рябцева (“Ирәмәл”).

«Беләҙегем, йөҙөгөм»  номинацияһында I дәрәжә дипломдары – Аида Минһажева, Алена Хужиәхмәтова (Учалы колледжы).

“Заманса селтәр” номинацияһында II  дәрәжә  дипломы – Айгүзәл Басирова (Учалы балалар сәнғәт мәктәбе).  III дәрәжә дипломы – Әминә Бүләкова (Учалы  колледжы).  Ҡатнашыусы дипломдары – Нәзирә Абдуллина, Камилә Заһирова ( Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе). 

“Заманса ҡашмау” номинацияһында  I дәрәжә дипломы – Әминә Бүләкова (Учалы колледжы). 

“Заманса милли ир-егет баш кейеме” номинацияһында I дәрәжә дипломы –Ленар Халиҡов, (Учалы  колледжы). 

“Заманса сәсмәүер” номинацияһында I дәрәжә дипломы –Самира Баязитова (Учалы колледжы).  III дәрәжә дипломы – Сафия Сафина ( Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе). 

“Заманса сулпылар” номинацияһында  II дәрәжә дипломы – Әминә Бүләкова (Учалы сәнғәт колледжы).

“Заманса ҡәмәр” номинацияһында II дәрәжә дипломы – Ленар Халиҡов (Учалы сәнғәт колледжы).

“Заманса башҡорт биҙәүестәре” номинацияһында  I дәрәжә дипломы – Азалия Ҡашапова,  II дәрәжә дипломы – Самира Баязитова (Учалы сәнғәт колледжы).

 Жюри комиссияһы өйрәнсектәрен яҡшы әҙерләгән өсөн  Сания Исмәғилева, Юлия Вершинина (Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы), Әлиә Чезганова (Учалы художество мәктәбе), Динә Мөхәмәтова (“Ирәмәл” ижад үҙәге), Нәзирә Абдуллина (Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбе) һәм башҡаларға айырым рәүештә рәхмәт белдерҙе.

Үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер, призерҙар араһында  Уральск ҡасабаһынан “Ирәмәл” ижад үҙәге вәкилдәре бихисап. Учреждениеның директоры Динара Мөжәүирова:”  Үҙәгебеҙҙә милли мәҙәниәт һәм сәнғәт кәсептәре  тергеҙелеүе, уларға яңы һулыш бирелеүе – барабыҙҙың да уртаҡ кинәнесе һәм ғорурлығы! Был тәү сиратта балаларҙың үҙҙәренә кәрәк – меңәр йыл нығынған тамыр һутын алған сабыйҙар, һис шикһеҙ, камил шәхес булып үҫә. Ҡул эштәренә килгәндә, уҡытыусыбыҙ  Динә Мөхәмәт ҡыҙын күпме генә маҡтаһаң да, бары аҙ кеүек!” – тип билдәләне.

-Йәш оҫтабикәләребеҙ был һынауға бик төплө әҙерләнде, - ти  Динә Мөхәмәтова. – Был темаға бағышланған китаптарҙан ғына ҡараманылар, боронғо биҙәүестәр, уларҙың фотографияларын эҙләнеләр, өләсәйҙеренән һораштылар, хатта, үҙҙәренең ниндәй ырыуҙан һәм элек фәҡәт улар ниндәй  декоратив элементтарға өҫтөнлөк биреүе, ниндәй материалдарҙан яһауы менән ҡыҙыҡһындылар. Экспонаттарында ла – натураль туҡымалар, кейеҙ, ысын тәңкәләр, йәшмә, башҡорттар айырыуса яратҡан аҡыҡ (сердолик), мәрйен ҡулланылды. Беҙгә күрше ноғайбаҡ биҙәүестәре лә булды.

Белешмә:

Сәсмәү (сәсмәүер) –сәс толомона ҡушып үреү өсөн осона аҡыҡ төймә, тәңкә, суҡ тағып яһалған бау йә мәрйен теҙелгән алты-ете буй ептән остары суҡлап яһалған, толом төбөнә беркетеп, сәс өҫтөнә һала торған биҙәүес.

Селтәр –эре күҙле, үтә күренмәле еңел туҡыманан ҡатын-ҡыҙ яуырынға һала, түшкә бәйләй торған биҙәүес.

Яға (һаҡал) –ҡатын-ҡыҙҙың түшенә кейә торған шау тәңкә, мәрйендән ғибәрәт биҙәнеү әйбере.

Муйынса (мунсаҡ) мәрйен теҙеп муйынға таға торған биҙәүес.

Маңлайса – маңлайға бәйләй торған тәңкәле таҫма.

Ҡашмау –ҡатын-ҡыҙҙың мәрйен теҙеп, тәңкә-сулпы баҫып, оҙон яҫы ҡойроҡ төшөрөп яһалған боронғо баш кейеме.

Ҡалпаҡ –яулыҡ аҫтынан кейә торған, биҙәүле, түбәтәйгә оҡшаш баш кейеме.

Ҡәмәр – ҡашлы ҡаптырма, алтын-көмөш, уҡа-мәрйен  менән биҙәлгән яҫы билбау.

Уҡа –ҡайыу, сигеү өсөн ялтырауыстар ҡушып эшләнгән еп, шул ептән һуғылған биҙәкле туҡыма, таҫма.

Сулпы –уртаға ҡаш ҡуйып, өс буй тәңкә тояҡ төшөрөп яһалған биҙәүес.

Тамаҡса – тәңкәләрҙән муйын биҙәүесе.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас