Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
24 Июля 2018, 11:14

Халыҡ хупланы

Район хакимиәтендә район депутаттары Советы рәйесе Хөснитдин Хәсәнов етәксе-легендә халыҡ менән фекер алышыу (публичные слушания) сараһы үткәрелде. Күтәрелгән тема - ҡаланың насос станцияларынан резервуарҙар майҙансығына тиклем 6,2 километр оҙонлоҡта һыу үткәргес төҙөү. Башлыса заманса полиэтилен торбаларҙан һалынасаҡ.

Район хакимиәтендә район депутаттары Советы рәйесе Хөснитдин Хәсәнов етәкселегендә халыҡ менән фекер алышыу (публичные слушания) сараһы үткәрелде.
Күтәрелгән тема - ҡаланың насос станцияларынан резервуарҙар майҙансығына тиклем 6,2 километр оҙонлоҡта һыу үткәргес төҙөү. Башлыса заманса полиэтилен торбаларҙан һалынасаҡ.
Район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов аңлатыуынса, әлеге һыу үткәргес үткән быуаттың 50-се йылдарында сафҡа индерелә, иҫкергән. Яңыһын төҙөү һыу тәьминәтен ышаныслыраҡ итәсәк, яңы төҙөлгөн объекттарҙы тоташтырыу еңелерәккә әйләнәсәк. Энергия, башҡа ресустар экономияланасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар бөгөнгө көндә дәүләт экспертизаһы үткән был проекттың ер биләү һәм ыҙанлау планировкаһын хупланылар, сөнки төҙөлөш барышында бер ер файҙаланыусының да мәнфәғәттәренә зыян килмәйәсәк. Планировканы Өфөнән «ТехПроект» инженер үҙәге» йәмғиәте килешеү буйынса үтәгән. Яңы һыу үткәргес һалыу өсөн 140 млн һум самаһы инвестиция талап ителәсәк, тип әйтелә.
Булат ЯХИН.
Читайте нас