Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
24 Июля 2018, 10:39

Маҡтаулы исем булдырылды

РФ Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән ике яңы маҡтаулы исем булдырҙы. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем йәмғиәттә илебеҙ журналистикаһы абруйын күтәргән;

РФ Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән ике яңы маҡтаулы исем булдырҙы.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем йәмғиәттә илебеҙ журналистикаһы абруйын күтәргән; граждандарҙа социаль яуаплылыҡ һәм гражданлыҡ фекерен булдырған; РФ һәм башҡа илдәрҙең ижтимағи, сәйәси, мәҙәни тормошон, сәйәси проблемаларҙы, халыҡ-ара мәсь-әләләрҙе яҡтыртҡан, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған һәм үҫтергән, журналистикала автор стилен булдырған, Рәсәй киң мәғлүмәт саралары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләгән өсөн киң мәғлүмәт саралары журналистарына һәм мөхәррирҙәренә биреләсәк, тип әйтелә.
«РФ атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем һөнәри эшмәкәрлек алып барғандан һуң егерме йыл үткәс наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы йәки РФ субъекттарының дәүләт власы органдарының һәм Рәсәй Журналистар союзының тармаҡ наградалары булғанда бирелә. «РФ атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән шәхси ҡаҙаныштары өсөн юғары профессиональ элемтә, киң мәғлүмәт саралары һәм киң коммуникациялар хеҙмәткәрҙәре киләсәктә билдәләнәсәк.
Читайте нас