Ошо ваҡиға менән «ҡотлап» тигәндәй, яңы участкала эшкә егеү өсөн таусылар SandvikTH545 маркалы ер аҫты үҙбушатҡыс мәғдән ташыу машинаһын ҡайтарттылар. Швецияла етештерелгән ҡеүәтле техника 45 тоннаға тиклем таш ташый. Быйыл бындай икенсе машина алына инде. Шулай уҡ, ике дана SandvikDD311 маркалы быраулау-ҡаҙып үтеү ҡоролмалары алынған. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был машина заманса автоматлаштырылған, шуға ла тау-ташты өңөү еңелерәк тә, тиҙерәк тә, хәүефһеҙерәк тә буласаҡ. Яңы техника ҡотло булһын!