Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә пенсия мәсьәләһенә лә туҡталды. Быйылдан йәшәү минимумынан күберәк алғандарға индексация үткәрелмәне. Владимир Путин ошондай ғәҙелһеҙлекте юҡ итергә һәм барыһы өсөн дә пенсияны күтәрергә һәм быға тиклем түләнмәнгәндәрҙе ҡайтарырға ҡушты.