Рәсәй Хөкүмәте эшҡыуарлыҡты халыҡ өсөн йәшәү рәүеше һәм тормош сығанағы булыуын теләй. Был теләкте тормошҡа ашырыу өсөн милли проекттарҙа байтаҡ сығымдар ҡаралған. Иң тәүге талап – хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү, хакимиәт кәртәләрен бөтөрөү, яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, эш урындары булдырыу.
Милли проекттарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн 4,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Әле Рәсәйҙә шәхси бизнес менән 19 миллион самаһы кеше шөғөлләнә, 2024 йылға эшҡыуарҙар һаны 25 миллионға етергә тейеш, тип белдерелә.
Башҡортостан етәкселеге был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәтә. Күптән түгел, мәҫәлән, Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылды, ошондай үҙәк оҙаҡламай Нефтекама ҡалаһында ла эшләй башлаясаҡ. Бизнес-үҙәктәрҙә хоҡуҡи һәм эшлекле ярҙам алырға, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға мөмкин буласаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан.