Башҡортостан Республикаһының "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә баш ҡалабыҙҙа 2019 йылда 48 километр юл тәртипкә килтереләсәк.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, төбәк әһәмиәтендәге нормативтарға тап килгән автомобиль юлдары оҙонлоғон 50 проценттан арттырыу һәм юл-транспорт ваҡиғаһы осраҡтарын 2017 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан.