Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
22 Июня 2019, 06:00

Башҡортостан лидерҙар һайлай

Был хаҡтағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Проекттың төп маҡсаты - һәләтле кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыу.

Был хаҡтағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Проекттың төп маҡсаты – һәләтле кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыу.
Конкурста 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр ҙә, шулай уҡ 45 йәшкә тиклем етәкселәр ҙә ҡатнаша ала. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлана һәм яңы кадрҙар резервы булдырыла. Еңеү яулаусыларға тәжрибәле остаздар менән эшләргә мөмкинлек бар. Остаздар иһә республиканың билдәле кешеләре — бизнесмендар, ойошма етәкселәре, министрҙар. 1-се команда финалы сентябрь айында тамамланасаҡ һәм еңеүселәргә хөкүмәт органдары һәм йәмәғәт советтарында эш тәҡдим ителәсәк.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас