Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
24 Июня 2019, 05:47

Яңы компьютерҙар ҡуйыласаҡ

”Һанлы белем биреү мөхите” республика проекты сиктәрендә Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға 63 мәктәптә һанлы техника комплекттары ҡуйыласаҡ, тип белдерелде.

”Һанлы белем биреү мөхите” республика проекты сиктәрендә Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға 63 мәктәптә һанлы техника комплекттары ҡуйыласаҡ, тип белдерелде.
Принтер менән сканер һәм күсермәне берләштергән ҡорамал, икешәр интерактив һәм икешәр иҫәп-хисап комплексы, уҡытыусыларға – ике, класс өсөн – 30, мәктәп администрацияһына алты ноутбук буласаҡ унда. Һәр комплект хаҡы 2, 1 миллион һумға төшә. Йәмғеһе был маҡсатта 132, 4 миллион һум сарыф ителәсәк.
“Мәғариф” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаттарының береһе – илебеҙ мәғарифының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итеү, дөйөм белем биреү сифаты буйынса донъялағы иң көслө ун ил иҫәбенә инеү.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас