Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
26 Июня 2019, 05:22

ЭКО процедураһы - дәүләт иҫәбенә

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 34,4 миллиард һум аҡса бүлеү күҙаллана. Был аҡса тормош сифатын яҡшыртыу, тыуымды арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропогандалау кеүек мөһим эштәргә тотоноласаҡ.

Сығымдарҙың бер өлөшө йыл һайын ике меңдән ашыу ЭКО процедураһын дәүләт иҫәбенә үткәреүгә йүнәлтеләсәк. Милли проекттарға ярашлы, төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары урындарҙағы поликлиникалар аша ЭКО процедураһын бушлай ойоштора. Быйыл 2025 ошондай операция үткәреләсәк. Әле сиратта 846 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора, тип белдерелә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас