Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
27 Июня 2019, 05:38

Австрияла - Башҡортостан көндәре

Австрияла Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Рәсми делегацияны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне.

Австрияла Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Рәсми делегацияны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне.
"Башинформ" мәғлүмәттәренә ярашлы, сәфәрҙең эшлекле программаһында Австрияның власть һәм бизнес вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар, төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә тәжрибә алмашыу ҡаралғайны. Радий Хәбиров Австрия коллегалары менән бергә Венаның үҙәк вокзалына барҙы, унда вокзал һәм вокзал яны биләмәләрен үҫтереүҙең инфраструктура проекттары менән танышты.
Австрия баш ҡалаһының Музей кварталында башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте һәм аш-һыуы күрһәтелгән милли ихата ойошторолғайны. Ошонда уҡ Һабантуй үтте, байрам этно-шоу һәм Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды. Унда Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡа йырсылар ҡатнашты.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас