“Мәғариф” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, тип хәбәр ителде.
Бында һүҙ ил күләмендә белем биреү системаһын яңы баҫҡысҡа күтәреү, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында тейешле шарттар булдырыу хаҡында бара. Йылы мәктәп автобустары, биналарҙа температура режимын һаҡлау, уңайлы бәҙрәфтәр, бер сменала уҡыу – былар барыһы ла сифатлы белем алыуҙы тәшкил итеүсе талаптар.
Мәҫәлән, республикабыҙҙа 2021 йылға тиклем барлыҡ бәләкәстәр, шул иҫәптән ясли йәшендәгеләр ҙә, баҡсаға йөрөһөн өсөн ике йыл дауамында балалар баҡсаларында 10 меңгә яҡын өҫтәмә урын булдырыу бурысы тора. Бер сменала уҡытыуға тулыһынса күсеүҙе 2025 йылға тамамлау күҙаллана.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты#нацпроектыБашкортостан