Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
6 Августа 2019, 05:23

Ярҙам тәҡдим иткән

РФ Президенты Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләшкәндә, АҠШ президенты Себерҙәге урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам тәҡдим иткән, ти. Эйе, ут солғаған майҙандар 3 миллион гектар тирәһе, тип самалана.

РФ Президенты Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләшкәндә, АҠШ президенты Себерҙәге урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам тәҡдим иткән, ти. Эйе, ут солғаған майҙандар 3 миллион гектар тирәһе, тип самалана. Төтөн , һөрөм һаҫығы һәм монар нисәмә мең километр үтеп, беҙҙең Учалыла ла тойола башлағайны бит! Ярар ҙа, көн торошо үҙгәреп, был ҡасафат эҙемтәләре төбәгебеҙҙә башҡа беленмәй. Американан әлегә ярҙам ҡабул ителмәй, Владимир Путин урман янғындарын һүндереүгә Оборона министрлығы подразделениеларына ҡушылырға бойорған. Хәтерегеҙҙәлер, совет дәүерендә һәр ауылда тиерлек бер-ике-өс урмансы була торғайны. Хәҙер ни, штаттарҙы “оптимизациялап”, төп урман майҙандарын арендаторҙарға һоғондороп сыҡҡас, янғындарҙы иҫкәртеү, ут ҡабыныу менән шундуҡ һүндереүселәр бик ныҡ кәмене шул.
#Владимир_Путин
Читайте нас