Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
19 Августа 2019, 09:42

Быйыл подъездар яңыра

Учалыла 2024 йылға тиклем подъездарын ремонтлау ҡаралған күп фатирлы йорттарҙың исемлеге билдәле булды. - Республикала йыл һайын 4 меңгә яҡын подъезды ремонтлау күҙаллана. 2019 - 2024 йылдарҙа бөтәһе 26 мең подъезды төҙөкләндерергә уйлайбыҙ.

Учалыла 2024 йылға тиклем подъездарын ремонтлау ҡаралған күп фатирлы йорттарҙың исемлеге билдәле булды.
- Республикала йыл һайын 4 меңгә яҡын подъезды ремонтлау күҙаллана. 2019 - 2024 йылдарҙа бөтәһе 26 мең подъезды төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Шуның 4 меңен - ағымдағы йылда, уның 77-һе Учалы районында, - тине капиталь төҙөкләндереү буйынса төбәк операторының генераль директоры урынбаҫары Сергей Баглай Учалыла уҙған йыйылышта.
Подъездарҙы төҙөкләндереү 15 апрелдә башланасаҡ һәм 1 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Инеү урындары, стеналар, түбәләре һәм иҙәндәре, баҫҡыстар ремонтланасаҡ. Тәҙрәләрҙе, ағас ишектәрҙе тимерҙәренә алыштырасаҡтар, шулай уҡ энергияны аҙ сарыф иткән яҡтыртыу ҡорамалдары ла урынлаштырыласаҡ.
Ике ҡатлы йорттағы бер подъезды төҙөкләндереүгә яҡынса 129,5 мең һум, ә биш ҡатлы йорттағыһын яңыртыуға 320 һум аҡса сарыф ителәсәк. Ремонт эштәре 12-14 көн барасаҡ, тип күҙаллана.
Учалы ҡалаһында Октябрҙең 50 йыллығы - 1А, Ленин Комсомолы - 17, Әхмәтғәлин - 23, Киров - 10, Ленин - 2, 5, 5А, 6, 6А, 10, 10А, 14, 28, Горький - 4, Мортазин - 11, 32, Тәүтөҙөүселәр - 38, 38/1, Төҙөүселәр - 11 урамдарындағы йорттарҙағы һәм Учалы ауылындағы Почта урамы - 2, 4, Совет урамы – 40-сы йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлаясаҡтар.
Читайте нас