"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә һәр бала дәүләт бүлгән аҡсаға өҫтәмә рәүештә уҡый аласаҡ. Был хаҡта уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Сертификаттың уртаса суммаһы - 8 800 һум. Аҡсаны башҡа маҡсатҡа йүнәлтеп булмаясаҡ, ҡулаҡсаға әйләндереү мөмкинлеге лә юҡ. Балаларҙың шөғөл һайлауҙа мөмкинлеге сикләнмәгән, улар дәүләт, муниципаль һәм шәхси учреждениеларҙа өҫтәмә белем аласаҡ. Проект 36 муниципаль берәмектә тормошҡа ашырыласаҡ. Спорт йүнәлеше 133 ойошма нигеҙендә ойошторола.
1 сентябрҙән 16 мәктәптә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә "Башҡортостан мәктәптәренә спорт көрәше” тигән проект эш башлай. Ә 2020 йылға уларҙың һаны байтаҡҡа артасаҡ, тип белдерелә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан