Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
2 Сентября 2019, 06:11

“Мәғариф” милли проекты уҡытыу шарттарын да хәстәрләй

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы бара. Беренсе класҡа – 55 меңдән ашыу бала. Быйыл республикала 21 мәктәптең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыу һигеҙ процентҡа тиклем кәмей. Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда 11 яңы мәктәп асыла. Уларҙың икеһе Өфөлә булһа, ҡалғандары – республика райондарында. Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаштырылған.

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы бара. Беренсе класҡа - 55 меңдән ашыу бала. Быйыл республикала 21 мәктәптең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыу һигеҙ процентҡа тиклем кәмей.
Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда 11 яңы мәктәп асыла. Уларҙың икеһе Өфөлә булһа, ҡалғандары - республика райондарында. Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаштырылған. Ғөмүмән, Волга буйы федераль округында яңы уҡыу йылы башынан 23 белем усағы сафҡа инә. Әйтелгәнсә, Башҡортостанда уларҙың иҫәбе 11 булһа, Татарстанда - биш, Пермь крайы һәм Һамар өлкәһендә - икешәр, Мордовияла, Сыуаш Республикаһында, Киров өлкәһендә – берешәр.
Өфөнөң өс мәктәбе (83-сө, 93-сө, 64-се) Рәсәй Фәндәр академияһының патронажы аҫтында эшләйәсәк һәм “База мәктәптәре” федераль проектында ҡатнашасаҡ. Был белем усаҡтары тәрбиәләнеүселәренә ошо программа ярҙамында фән, юғары технологиялар өлкәһендә карьера төҙөү мөмкинлеге буласаҡ.
11 мәктәптә шулай уҡ профилле медицина кластары асыла, һөҙөмтәлә уҡыусылар дауалау учреждениелары базаһында табип һөнәре үҙенсәлектәренә төшөнәсәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән килешеү төҙөлгән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас