Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡҡа “һөт кухнялары кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Был эштең балалар сәләмәтлеге, йәмғиәт именлеге, демографияны арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоуын билдәләп, “Демография” милли проектына ярашлы, республикала һөт кухняляары асыла башланы. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәүге һөт кухняһы эш башлаған да инде.
Уның хеҙмәттәре менән тәүҙә ташламаға хоҡуҡлылар, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр файҙаланһа, хәҙер - бөтә теләүселәр ҙә. Салауат ҡалаһында ошо һөт кухняһының яңы пункты асылды. Стәрлетамаҡтан аҙыҡ-түлек алып килеү аҙнаһына ике тапҡыр атҡарыла. Продукция социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән өс йәшкә тиклемге балаларға бирелә.
“Һөт кухняһы” вәкиле Марат Абдрахманов әйтеүенсә, Салауатта сентябрҙә ошондай йәнә бер пункт асыласаҡ. Тимәк, сифатлы ризыҡ тағы ла күберәк тараласаҡ. Йыл аҙағынаса һөт кухнялары Белорет, Нефтекама, Сибай, Октябрьский ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәк тип көтөлә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан