Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
5 Сентября 2019, 05:29

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын - тормошҡа

Кисә Өфөлә Рәсәй балалар хирургтарының V форумы һәм балалар хирургтарының I Рәсәй-Ҡытай конгресы башлана. Саралар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Кисә Өфөлә Рәсәй балалар хирургтарының V форумы һәм балалар хирургтарының I Рәсәй-Ҡытай конгресы башлана. Саралар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Форумда Рәсәй балалар хирургтары ассоциацияһы президиумы рәйесе Александр Разумовский, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының балалар хирургияһы өлкәһендәге Ғилми-тикшеренеү институты директоры, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Владимир Круглов, шулай уҡ ил төбәктәренән, Ҡытайҙан, АҠШ-тан, Германиянан дүрт йөҙ самаһы делегат ҡатнаша, тип белдерелә.
Форумдың беренсе көнө пленар ултырыш менән асылды. “Техноген һәләкәттәр: балаларға медицина ярҙамы ойоштороу һәм күрһәтеү” тип аталған симпозиум ойошторолдо. Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгестәренең, балалар хирургтарының эш кәңәшмәһе уҙҙы.
Бөгөн торакаль хирургия, бауыр шешеүе һ.б. буйынса бер нисә симпозиум һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр үтә. Металлоостеосинтез буйынса оҫталыҡ кластары уҙғарыу ҙа планлаштырылған.
Балалар хирургияһына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу дауам итә. Әйткәндәй, бөгөн Йәш ғалимдар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас