Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
8 Сентября 2019, 11:28

Һайлау әүҙем бара

Ниндәй генә кимәлдәге һайлауҙарҙы алып ҡараһаҡ та, ул ентекле әҙерлекте, закон талап иткән бар ҡағиҙәләрҙең дә тейешле үтәлеүе кәрәк. Шуның өсөн һайлауҙарға әҙерлек һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Ниндәй генә кимәлдәге һайлауҙарҙы алып ҡараһаҡ та, ул ентекле әҙерлекте, закон талап иткән бар ҡағиҙәләрҙең дә тейешле үтәлеүе кәрәк. Шуның өсөн һайлауҙарға әҙерлек һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Рысай ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3099-сы һайлау участкаһында “Яйыҡ һылыуҙары” фольклор ансамбле халыҡты мәҙәниәт усағының ишек алдында уҡ йыр-бейеү менән ҡаршы алалар ине. Зөлфирә Ғарипованың, Таңсулпан Хисмәтуллинаның, Филүзә Ғәлиуллинаның моңло тауыштары, Фаил Хужахмәтовтың баян моңдары һайлаусыларҙы әллә ҡайҙан уҡ саҡырып тора ине. Мәҙәниәт йорто алдына халыҡ та күп йыйылған, машиналар теҙелгән.
Был участкала 428 һайлаусы теркәлгән. Беҙ барғанда 95 кеше һайлап ҡайтҡан ине. Тәүгә һайлаусылар - 8 кеше. Йәштәр был изге эшкә бик яуаплы ҡарайҙар, төш мәленә күбеһе үҙ тауыштарын биреп тә өлгөргәндәр ине.
Мортазиндар һайлауға күмәкләшеп килгәндәр. Ҡалала йәшәп, ауылда теркәлгәс, Марат һәм Гүзәл дә эштәрен ташлап, килеп еткәндәр. Әсмә Ғариф ҡыҙы хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Ғүмер буйы башланғыс класс балаларына белем биргән, хеҙмәт стажы - 37 йыл.
-Үҙем уҡытыусы булараҡ, бындай әһәмиәтле сараларға етди ҡарайым, йыл һайын һайлауҙарға йөрөйөм. Йәшәйешебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ. Аллаһҡа шөкөр, ашарға өҫтәл тулы ризыҡ, зарланырға урын юҡ, - ти ул.
Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас