Яйыҡ
+29 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 12:00

Изге бурысымды үтәйем

Өргөн ауылының 3126-сы участкаһына ла халыҡ ағыла. Комиссия рәйесе Минъямал Әхмәтйәнова бәйән итеүенсә, бында 305 һайлаусы теркәлгән.

Өргөн ауылының 3126-сы участкаһына ла халыҡ ағыла. Комиссия рәйесе Минъямал Әхмәтйәнова бәйән итеүенсә, бында 305 һайлаусы теркәлгән.
Сәғәт 11-гә 117 кеше тауыш биргән ине. Ике кеше тәүге тапҡыр һайлай, 17 кешегә, һаулыҡтарына бәйле, өйҙәренә барасаҡтар.
Әнисә Таипова бар эшен ташлап, һайлауҙарға килгән.
- Бесән, картуф мәле булыуға ҡарамаҫтан, изге бурысымды үтәргә килдем. Беҙҙә һайлауҙар һәр ваҡыт ойошҡанлы рәүештә үтә. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, йәштәргә эш булһын, донъялар имен-аман торһон, - тигән теләктәрен еткерҙе Әнисә Сөләймән ҡыҙы.
Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас