Учалы ауылының Барвиха биҫтәһендәге 1-се балалар баҡсаһында урынлашҡан 3129-сы һайлау участкаһында ла беҙ килгәндә кеше байтаҡ ине. 8.05 сәғәткә 44 кеше тауышын биргән. Бында бөгөн 700-гә яҡын кеше һайлаясаҡ. Ике кеше 24 августҡа тиклем ғариза яҙып теркәүҙән төшөү талоны алған, улар икенсе һайлау участкаһында тауыш бирәсәктәр. 11 йәш кеше тәүгә тауышын бирәсәк. Уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡтар.
РФ Коммунистар партияһынан һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан күҙәтеүселәр бар.
-Тауыш биреү сәғәт 7-нән башланды. Халыҡ әүҙем килә, сәғәт һайын мәғлүмәт Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырылып тора, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Любик Әхмәтйәнов. Роза һәм Рим Закировтар ҙа иртәләгән.
-Мөһим кампаниянан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайбыҙ. Ғүмеребеҙҙә тәүгә тауыш биргән көнөбөҙҙө лә яҡшы хәтерләйбеҙ. Советтар Союзы заманында булды был хәл, ул мәлдә икебеҙҙә Учалы май заводында эшләй инек, - тип хәтерләй Закировтар.
85 йәшлек Андрей Шиляев өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан һайлауға үҙе килгән. Комиссия ағзалары хәбәр итеүенсә, Андрей Андреевич һайлауҙарға һәр ваҡыт иң тәүгеләрҙән килә. Быйыл участканың иртәнге етенән эшләй башлағанын белмәгән ахыры, 8.00 сәғәткә килгән. Лайыҡлы кандидатына тауыш биреп яйлап баҫып ҡайтып китте ағайыбыҙ.
Учалы ҡалаһының “Зәйнулла ишан” мәсете имам-хатибы Дим Закировты ла осраттыҡ.
-Донъялар тыныс, имен булһын. Республикабыҙ тағы ла нығыраҡ үҫешһен, - тигән теләктә ҡалды ул.