Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 11:26

Рәхмәт хаты алдылар

Ҡалҡан ауылының 3125-сы участкаһында ла тауыш биреү бик әүҙем бара. Төш мәленә һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш биргән.
Һайлау комиссияһы рәйесе Фәнил Ҡужаҡов белдереүенсә, һайлау тыныс шарттарҙа һәм бик әүҙем бара. Өс кеше беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурыстарын үтәгән. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаты тапшырылған. Өйҙә һайлаусылар һаны - 5.
Марат Ғәлләмов үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр һайлауға килгән. Һайлау комиссияһы рәйесе Фәнил Фәррәх улы һүҙҙәренән, бик аҡыллы һәм тырыш егет.
- Бөгөн Башҡортостан өсөн бик яуаплы көн. Минең өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөнгө көндән башлап мин дә үҙемде тулы хоҡуҡлы гражданин итеп һанай алам, - тине Марат.
Читайте нас