Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 10:09

Һуғыш ветераны һайлауҙа

Учалы ауылының хөрмәтле кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Жәүҙәт Мусин да үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Учалы ауылының хөрмәтле кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Жәүҙәт Мусин да үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Жәүҙәт Ғәлиулла улы 1925 йылдың 1 авгусында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. 18 йәше лә тулмаған үҫмер һуғышҡа үҙе теләп китә. Ҡаты алыштарға эләгә, Беренсе Украина фронты бригадаһында байтаҡ ауыл-ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградлана. Һуғыш тамамланһа ла, 1950 йылда ғына демобилизацияланып ҡайта.
Ветеран психоневрология интернатының ҡарттар йортонда тәрбиәләнә. Мөһим саранан ул да ситтә ҡалмаған. Бөгөн уны Учалы ауылының РТСҡасабаһында урынлашҡан 3127-се һайлау участкаһына махсус рәүештә автобус менән тауыш бирергә килтергәндәр. Жәүҙәт ағай бер ай элек 94 йәшен билдәләгән.
Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас