Ҡунаҡбайҙар ҙа бик әүҙем. 3103-сө һайлау участкаһы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Участкала Илтабан, Ҡунаҡбай, Юлдаш ауылының бер квартал өлөшө, Әбделҡасим, Күбәк ауылдары беркетелгән. Әбделҡасим менән Күбәк ауылына комиссия ағзалары фәҡәт үҙҙәре барып һайлатты.
Капиталь ремонттан һуң зауыҡланған, матурайған клубҡа килеп тауыш биреү үҙе бер кинәнес. Участка рәйесе Хәлимә Ғатауллина әйтеүенсә, ауыл халҡы һайлауҙарға әүҙем йөрөй, бөгөнгө саранан да ситтә ҡалмаҫтар, моғайын. 1249 һайлаусы теркәлгән, 16 йәш ҡыҙ һәм егет сарала тәүге тапҡыр үҙ тауыштарын бирәсәк. 80 йәштән үткәндәр - 57 кеше. Һикһәндән ашыу кешене сәләмәтлектәре арҡаһында өйҙәренә барып һайлаталар.
7.30 сәғәттә бында 19 кеше тауышын биргән ине. Тәүгеләрҙән булып Сайфуллиндарҙың ғаиләһе, Минжәүир Ғайсаров, Илдус Сәғитов һайлаған.
Баймөхәмәт Мәхмүтдинов та тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәне. Баймөхәмәт ағай әйтеүенсә, ул һәр саҡ һайлауҙарға беренселәрҙән килә. Теүәлек, һәр эште ваҡытында башҡарырға ярата хаҡлы ялдағы хәрби. Заманында Учалы эске эштәр бүлегендә енәйәт эҙләү оперуполномоченные булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәҙер ауылда рәхәтләнеп мал-тыуар аҫрап донъя көтәләр.
-Ауыл көтөүен сиратлап көтәбеҙ, бөгөн минең сират. Әле урыныма кеше ҡалдырып китергә тура килде. Һуңыраҡ ҡатынымды ла килтереп һайлатып китәсәкмен. Республикабыҙ яҙмышы һәм киләсәге өсөн, биләмәбеҙҙәге иң лайыҡлы депутатлыҡҡа кандидатҡа тауышымды бирҙем. Республикабыҙ, төбәгебеҙ, ауылыбыҙ сәскә атһын, үҫешһен, - тигән теләктәрен дә еткерҙе.