Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
8 Сентября 2019, 11:01

Йәштәр ҙә һынатмай

Илсе ауылы халҡы тауыш биргән 3098-се һайлау участкаһы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Күңелле музыка тауышы әллә ҡайҙан ишетелеп тора, клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан йәрминкә ойоштороу ҙа ҡаралған. Участкала 900 һайлаусы теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илсе ауылы халҡы тауыш биргән 3098-се һайлау участкаһы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Күңелле музыка тауышы әллә ҡайҙан ишетелеп тора, клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан йәрминкә ойоштороу ҙа ҡаралған. Участкала 900 һайлаусы теркәлгән.
-Ауыл халҡы бик әүҙем. Һайлау участкаһы асылмаҫ борон уҡ тышта халыҡ байтаҡ ине. Иртәнге 9.00 сәғәттә 104 кеше тауыш биреп өлгөрҙө. Бөгөн Республика Башлығын һәм урындағы депутаттарҙы һайлайбыҙ. Илселә Һайлау округтары етәү, депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр ун биш кеше. Шулай уҡ Рысайҙа өс округта депутаттар һайланасаҡ, бер урынға ике, хатта өс кеше дәғүә итә, - тине Роза Уйылданова.
Һайлау кампанияһында ғүмерҙәрендә тәүгә ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙар ҙа бар. Вадим Баҡыев та быйыл 18 йәшен тултырып, беренсе тапҡыр тауыш бирергә килгән. Егет Илсе урта мәктәбенең 11 класында белем ала. Спортсы, волейболды яҡшы уйнай.
-Тулҡынландырҙы, әлбиттә. Үҙемде тағы ла етдиләнеп киткәндәй тойҙом. Һайлауға атай-әсәйем менән килдек. Иҫтәлеккә бүләк тапшырыуҙары ла кәйефте күтәрҙе. Буласаҡ республика башлығына теләктәр күп. Тәү сиратта башҡорт телен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылһын ине, тип теләйем. Йәштәргә ярҙам кәрәк, торлаҡ, үҙ эштәрен асыу өсөн төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһим, - тип уй-теләктәрен еткерҙе Вадим.
Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас